Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
10 Август 2018, 19:16

Район тарихының сағыу бите

12 август – төҙөүселәр көнө Төҙөүселәр көнө – бөтә Рәсәй буйынса киң билдәләнеүсе һөнәри байрамдарҙың береһе. Беренсе тапҡыр уны СССР-ҙа рәсми рәүештә 1956 йылдың 12 авгусында билдәләйҙәр. Унан алдараҡ 1955 йылдың 6 сентябрендә СССР Юғары Советы Президиумының “Төҙөүселәр көнө” һәр йылғы байрамын булдырыу тураһында”ғы Указы сыға. Уны августың һәр икенсе йәкшәмбеһе билдәләргә тәҡдим ителә. Быйыл ул 12 августа билдәләнәсәк.


С. Ғилметдинов. В. Ғәниев. Т. Ибраһимов.



Августа район Мәҙәниәт һарайында Төҙөүселәр көнөнә, Мәсетле районының төҙөлөш ойошмаларына арналған сара үтәсәк. Был сара район хакимиәте тарафынан планлаштырылған. Үкенескә күрә, әлеге ойошмалар ике тиҫтә йыл элек тарҡалды. Ләкин төҙөлөш ветерандарын оноторға ярамай, сөнки улар – беҙҙең “тере тарих”.

Гәзиттең үҙ хәбәрсеһе, край-ҙы өйрәнеүсе Марат Ғафаровтың МСО, ПМК-243, ПМК-9 ойошмалары, кирбес һәм тимер-бетон заводтары район төҙөлөш ойошмаларына арнал-ған “Район тарихының сағыу бите” мәҡәләһен тәҡдим итәбеҙ.

Редакциянан.

“Районыбыҙҙың тарихы бай, уның үткәне тураһында байтаҡ нәмәләр яҙылған, ләкин мәғлүмәттәр тулы түгел. Мәҫәлән, район энциклопедияларында ПМК-9 тураһындағы мәғлүмәттәр бөтөнләй юҡ, шуға күрә хатаны төҙәтергә кәрәк.

Төҙөлөш эштәрен ойоштороу 1962-1964 йылдарҙа, Балаҡатай һәм Мәсетле райондары берләшкәс, башлана.

МСО (межколхозстрой) 1963 йылда төҙөлөш-монтаж эштәрен үтәүсе ойошма булараҡ төҙөлә. МСО төҙөүселәре тарафынан фермалар, келәттәр, оҫтаханалар, гараждар һәм социаль объекттар: фатирҙар, мәктәптәр, мәҙәниәт йорттары төҙөлә. Уның тәүге етәксеһе Вәхит Ғәниев (элекке райпромкомбинат директоры) булды. Тәжрибәле етәксе Вәхит Әбхәлим улы 1963-тән 1972 йыл-ға тиклем эшләй. Ул пенсияға киткәндән һуң Н. Чебыкин етәксе булды. МСО-ны улар етәкләгәндә күп объекттар төҙөлдө.

14 йыл эсендә МСО эре төҙөлөш ойошмаһына әүерелә. Ошо ваҡыт эсендә һыйыр малдары өсөн 9218 урынлыҡ 44, сусҡалар өсөн 11260 башҡа иҫәпләнгән 20 объект, ҡатнаш аҙыҡ заводы, Ленин исемендәге колхозда клуб, ун алты фатирлы йорт, ашхана һалынды.

1964 йылда совхоздарҙа төҙөлөш өсөн күсмә механизацияланған колонна – 243-сө ПМК ойошторола. Тәүге йылда колонна эшселәре вагончиктарҙа йәшәй, улар, үҙҙәре база булдырып, фатирҙар һәм ятаҡтар төҙөй. Беренсе начальник итеп Е. Брусенко, баш инженер итеп Ю. Тимофеев ҡуйыла.

13 йыл эшләү дәүерендә совхоздарҙа, Октябрьский ҡасабаһында түбәндәге объект- тарҙы төҙөйҙәр: 6 ун алты фатирлы өй, 20 ике фатирлы йорт, Яңы Балаҡатай, Оло Ыҡтамаҡ ауылдарында 4 дөйөм ятаҡ, 16 эре механиклаштырылған малсылыҡ бинаһы, 2 иген келәте, 4 мәктәп, 3 МТМ һәм мәҙәни-көнкүреш тәғәйенләнешендә күп кенә ҡоролмалар. Йыл һайын дөйөм суммаһы миллион һумдан ашҡан эштәр башҡарыла, һуңыраҡ 2 миллион һумға планлаштырыла.

Яҡшы эшләгәндәре өсөн Бөйөк Октябрь революцияһының 60 йыллығына иң яҡшы хеҙмәткәрҙәр бүләкләнә. Шофер-крансы Т. Ибраһимов Ленин ордены кавалеры була, крансы Ф. Ғәниев Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, монтажсы Н. Комлев “Хеҙмәт отличиеһы өсөн” миҙалы менән бүләкләнә.

243-сө ПМК район үҙәгендә район Советы, райком, Аҡа ауылында клуб, Әләгәҙҙәге көнкүреш йорто, Оло Ыҡтамаҡта 140 урынлыҡ балалар баҡсаһы биналарын төҙөй.

1986 йылда илдә үҙгәртеп ҡороуҙар башлана. Үҙгәрештәр райондың төҙөлөш ойошмаларына ла ҡағыла. МСО менән 243-сө ПМК бер ҙур ойошма – МПМК-ға берләшә (колхоз-ара күсмә механиклаштырылған колонна). Уға Флорит Ғәйнанов етәкселек итә.

Ойошма ҙур төҙөлөш-монтаж эштәрен башҡарғанда ҡыйынлыҡтар кисерә. Атап әйткәндә, кирбес һәм төрлө блоктар ситтән ташыла. Шуға күрә Башҡортостандың Министрҙар советы ҡарары менән Төньяҡ-Көнсығыштың 5 районы өсөн кирбес, тимер-бетон заводтарын төҙөү проекты ыңғай хәл ителә.

1972 йылдың 28 декабрендә ПМК-9 ойошмаһын төҙөү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйыла. Уның беренсе начальнигы итеп Сәүер Ғилметдинов тәғәйенләнә. Тимер-бетон изделиелар заводы территорияһында ул үҙ контораһын төҙөй. Завод төҙөлөп бөткәс тә контора бергә була.

9-сы ПМК-ның 1977 йылғы эш йомғаҡтарында: кирбес, тимер-бетон һәм асфальт-бетон заводтары, шулай уҡ ике 16 фатирлы йорт, ике келәт, ремонт базаһы төҙөлгән. 36 фатирлы һәм 18 фатирлы йорттар алдында асфальт түшәлә, район үҙәгендә шулай уҡ барлығы 100000 һум суммалыҡ 20 мең кв. м самаһы урам асфальтлана.

Бер гәзит битендә генә барыһы хаҡында ла һөйләп бөтөү мөмкин түгел. Төҙөлөш ойошмалары совет заманында барлыҡҡа килгән, улар тарафынан күп нәмәләр төҙөлгән. Кешеләр әле булһа ул саҡта төҙөлгән йорттарҙа йәшәй, шул ваҡытта асфальт түшәлгән юлдарҙан йөрөй. Тыныслыҡ һәм Ленин урамдарындағы өйҙәр – шул заман бүләге. Ә тәүге төҙөлөш ойошмаһы – МСО быйыл үҙенең 55 йыллыҡ юбилейын билдәләгән булыр ине”.