Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
27 Июль 2018, 12:25

Компьютерҙар менән хакимлыҡ итеүсе

Һәр йыл июлдең аҙаҡҡы йомаһында система администраторҙарҙы үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Уларҙы “күҙгә күренмәҫ фронт” хеҙмәткәрҙәре тип атайҙар, сөнки бөтә нәмә эшләгәндә, уларҙы бер кем дә күрмәй, иҫкә лә алмай. Беҙҙең районда корпорация селтәрҙәре һәм компьютерҙар именлеген һаҡлаусы белгестәр күп түгел. Шуларҙың береһе – Алексей Александрович Кобяков.

Түбәнге Бобин урта мәктәбендә уҡыған ваҡытта ул Өфө эшҡыуарлыҡ һәм хоҡуҡ техникумында белем ала. Екатеринбург ҡалаһында Урал финанс-юридик институтының иҡтисад һәм бухгалтер иҫәбе факультетын тамамлай. Артабан һөнәре буйынса “Ростелеком”да эшләй. Ләкин уны икенсе эшмәкәрлек өлкәһе ҡыҙыҡһындырғаны асыҡлана. Ул компьютер технологияһы башланғыстарын үҙләштерә башлай. Төрлө курстар үтеп, оперцион системаларҙы һәм локаль селтәрҙәрҙе өйрәнеү, мәғлүмәти хәүефһеҙлек, сайт менән етәкселек итеү буйынса таныҡлыҡтарға эйә була.

Өс йыл элек Оло Ыҡтамаҡ ауылының “Диалог” фирмаһына эшкә урынлаша. Бында Алексей барлыҡ техниканы тиерлек, шул иҫәптән компьютерҙарҙы, ноутбутарҙы, навигаторҙарҙы ремонтлай, селтәрҙәрҙе көйләй офис техникаһын: принтерҙарҙы, сканерҙарҙы, касса аппараттарын һәм башҡаларҙы тоташтыра.

– Башта беҙ боҙолған техниканы визуаль тикшерәбеҙ: энергия менән тәьмин итеү сылбырҙарының, алынмалы деталдәренең һәм кнопкаларының төҙөклөгөн билдәләйбеҙ. Әгәр ҙә был яҡтан барыһы ла яҡшы икән, артабан ентекле диагностика эшләйбеҙ, – тип һөйләй үҙенең эше тураһында Алексей. – Ямғырҙар ваҡытында энергия менән тәьмин итеү блогы, сеть картаһы йәки көсөргәнештең һикереүенә бәйле деталдәр яна. Ватылыуҙарҙың төп сәбәптәре –етешһеҙлек (брак), файҙаланыу ҡағиҙәләренә һәм техниканы ҡулланыу ваҡытына бәйле боҙоҡлоҡтар.

Йәш белгем эш хаҡы менән ҡәнәғәт.

– Эш күләме ҙур, шулай булыуға ҡарамаҫтан, мин эшемде бик ныҡ яратам, һәр ваҡыт үҙем өсөн ниндәйҙер яңылыҡ асам. Ҡыйын хәлдәр булғаны ла бар. Бындай осраҡтарҙа мәсьәләне хеҙмәттәштәр менән бергә хәл итәбеҙ.

Алексей буш ваҡытында әүҙем ялды һайлай, балыҡ тоторға йөрөй. Уның киләсәккә пландары – ошо өлкәлә артабан үҫешеү, IT-технологияһына бәйле белем алыу.

Айгөл ШАРАПОВА.