Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
20 Июль 2018, 12:31

Прилавканан – һатыусыға

Сауҙа хеҙмәттәре өлкәһе шул тиклем киң – бик күп һөнәр кешеләре сауҙа хеҙмәткәрҙәре көнөн үҙенең һөнәри байрамы тип иҫәпләй. Барыһынан да элек улар: магазиндар, супермаркеттар, сауҙа келәттәре һәм сауҙа өлкәһенә йәлеп ителгән башҡа ойошмалар хеҙмәткәрҙәре. Шуға күрә был һөнәри байрам мәсетлеләрҙең күбеһенә яҡын.

Сауҙа ветераны

Мәфруза Зарипова эш урынында (2002 йыл).


Сауҙа хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан, әлбиттә, оҙаҡ йылдар ошо өлкәлә хеҙмәт иткәндәрҙе билдәләп үтеү зарур. Уларҙың береһе – Дыуан- Мәсетле ауылынан Мәфруза Зарипова.

– Мәктәптән һуң мин “Иҡтисад һәм планлаштырыу” һөнәре буйынса Өфө ҡалаһындағы кооператив техникумда уҡыным, – ти ул. – Уны тамамлағас, районға ҡайттым. Тәүге эш тәжрибәһен Әләгәҙ эшселәр кооперативында алдым, унда декрет отпускыһына сыҡҡан экономисты алмаштырып торҙом.

Шунан Мәфруза Зарипова район ҡулланыусылар кооперативының Дыуан-Мәсетле ауылындағы бүлексәһендә эшләй. Был ойошманың филиалдары һәр бер ауылда тиерлек була. Филиалдар бухгалтерҙары бөтә отчеттарын эшләп, үҙәк бухгалтерияға тапшырған.

Дөйөм алғанда ул райпола 38 йыл хеҙмәт итә. Директор ҙа, келәт мөдире лә, тауар белгесе лә (товаровед) бул-ған. Һатыусы булып 15 йыл эшләгән.

– Мин кәрәкле тауарҙы табыуы ҡыйын булған заманға тура килдем, прилавкалар буш була торғайны. Шулай ҙа эшемде яраттым һәм һәр һатып алыусыға яҡынайыу юлын табырға тырыштым, – тип иҫенә төшөрә ветеран.

Намыҫлы хеҙмәте өсөн Мәфруза Зарипова Мәсетле райпоһының почет грамотаһы һәм рәхмәт хаты менән бүләкләнгән. Ләкин Пятигорск (1989 й.) һәм Раменское (1991 й.) шифаханаларына бирелгән путевкалар уның өсөн иң төп һәм иҫтәлекле бүләктәр була.




Эшен ярата

Азат һәм Зөлфиә Хафизовтар.


Районда үҙҙәрен сауҙа өлкәһендә һынап ҡараусы йәштәр күбәйгәндән-күбәйә. Ҡайһы берәүҙәр өсөн ул ғаилә шөғөлөнә әйләнә. Хафизовтар менән дә шулай була.

Зөлфиә медицина белеменә эйә, ләкин был уға йыл ярым элек үҙенең ҡатын-ҡыҙҙар кейеме магазинын асырға ҡамасауламаған. Магазиндың эше алға бара, үҙенең даими һатып алыусылары ла бар.

Бер нисә йыл ҡәйнәһенең магазинында эшләп, тәжрибә туплау арҡаһында барыһы ла уңышлы барып сыға. Бында ул нисек итеп тауарҙы күпләп һатып алырға, уны тәҡдим итергә һәм клиенттар менән аралашырға өйрәнә. Уңыштары менән илһамланып, ул үҙ бизнесы хаҡында уйлана башлай. Был идеяны ире Азат та хуплай. Йәштәргә ата-әсәләре әхлаҡи һәм матди ярҙам күрһәтә.

Бына шулай итеп, үҙҙәренә ярашлы сауҙа урыны табып, Хафизовтар үҙ магазиндарын асып ебәрә.

– Эшемде яратам, – ти Зөлфиә. – Сауҙа – еңел эш түгел. Әммә тәжрибә һәм тырышлыҡ арҡаһында яҡшы килем алырға мөмкин. Үҙ эшебеҙҙе асыуыбыҙға һис тә үкенмәнек. Сауҙа майҙанын икеләтә арттырҙыҡ. Тәүҙә үҙем һатыу иттем, һуңынан инде һатыусы ялланыҡ.

Хәҙер эшҡыуар ирҙәр кейеме һәм аяҡ кейемдәре бүлектәрен асыу тура-һында уйлана.