Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
11 Июль 2018, 14:46

“Һәр фотоһүрәт – тормоштоң бер мәле”, –

ти Мәсәғүт педагогия колледжының III курс студенткаһы Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Гөлназ Вәзирова. Бына бер нисә йыл инде ул дуҫтарын һәм таныштарын сифатлы фотоһүрәттәре менән ҡыуандыра. Бер нисә йыл элек үҙен ошо эштә һынап ҡарап, ваҡыт үтеү менән уны ташлап ҡуймай, ә киреһенсә, донъяны яңыса күрергә, фотоаппарат объективы аша тәбиғәтте, ваҡиғаларҙы, кешеләрҙе, тормошто үҙе нисек күрә, башҡаларға ла шулай күрһәтергә тырыша.

– Гөлназ, һеҙҙең фотоһүрәттәр бик шәп. Әйт әле, һин ҡасан фотоға төшөрә башланың?

– Бала саҡта мин рәсем төшөрөргә ярата торғайным. Балалар сәнғәт мәктәбен “отлично”ға тамамланым. Әҙәбиәт менән мауығам, шиғыр- ҙар һәм иншалар яҙам, ҡурайҙа уйнайым. Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ольга Ивановна Дәүләтшина етәкселегендә “Не могу молчать” Бөтә Рәсәй социаль әһәмиәттәге темаларға балалар күҙлеге менән иншалар конкурсының призеры булдым. 17 йәшемдә ата-әсәйем миңә фотоаппарат бүләк итте, шул саҡтан бирле мин фотографиялар менән тағы ла нығыраҡ тырышып шөғөлләнә башланым. Мин уҡыған 1-се лицейҙа минең эштәрҙән бер нисә тапҡыр күргәҙмә яһанылар.

– Оҫталығыңды нисек арттыраһың?

– Үҫеү өсөн практика кәрәк. Ҡыҙыҡлы нәфис фильмдар, ретушь буйынса видеодәрестәр ҡарайым, махсус әҙәбиәт уҡыйым, билдәле фотографтарҙың эштәре менән танышам һәм оҫталыҡ дәрестәренә йөрөйөм.

– Фотограф ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш?

– Иң мөһиме – сабырлыҡ һәм эшһөйәрлек! Сөнки күптәр эшем килеп сыҡмай, тип был шөғөлдө ташлап ҡуя. Барыһы ла хеҙмәт һәм ныҡышмалылыҡ аша килә, иң мөһиме – тырышырға. Тағы ла шуны әйтке килә: айырылып торор өсөн мотлаҡ тик үҙеңә хас булған ниндәйҙер үҙенсәлек табырға кәрәк.

– Ә һинең яратҡан темаларың ниндәй?

– Кешенең тәбиғәт менән гармонияһы.

– Фотоһүрәттәр донъяһында кумирың бармы?

– Юҡ. Һәр береһенән үҙем өсөн ниндәйҙер бер ҡыҙыҡлы нәмә алам, һәр кеше үҙенә бер төрлө һәм үҙенсә ҡыҙыҡлы, шул иҫәптән ябай кеше лә.

– Киләсәккә пландарың?

– Мине күп нәмәләр ҡыҙыҡһындыра, яҡшылыҡ эшләгем, кешелеккә ярҙам иткем килә, ә ижад – минең алыштыр-ғыһыҙ союздашым. Мин – ижад, сән- ғәт кешеһе һәм балаларҙы яратам. Үҙемде тулыһынса асырға ярҙам иткән һөнәр табырға өмөтләнәм.

– Әңгәмә өсөн рәхмәт, Гөлназ! Һиңә ижади уңыштар һәм бөтмәҫ илһам теләйем.

Айгөл ШАРАПОВА әңгәмәләште.