Үткән йылдың май айынан Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһында табип-онколог Элина Камалетдинова эшләй. Ул иғтибарлы, һәр пациенттың ауырыу тарихын етди өйрәнергә тырыша. Һорауҙар килеп тыуғанда, иңендә егермешәр, утыҙар һәм унан да күберәк йыллыҡ тәжрибә ятҡан табиптар йәш белгескә һәр ваҡыт ярҙам-ға килергә әҙер.
Элина бала саҡтан уҡ ғүмерен медицина менән бәйләргә хәл итә һәм үҙенең һөнәри хыялына ышаныслы атлай. Мәләкәҫ төп дөйөм белем биреү мәктәбен тамамлағандан һуң, Красноуфимск медицина училищеһына уҡырға инә. Хеҙмәт юлын Өфө ҡалаһының һигеҙенсе поликлиникаһында гинекология бүлеге шәфҡәт туташы булып башлай. Артабан республика клиник онкология диспансерының оператив гинекология бүлегендә эшләй. Шул уҡ ваҡытта тырыш ҡыҙ ситтән тороп Башҡорт дәүләт педагогия университетының психология факультетын тамамлай. 2009 йылда табип булыу теләге менән Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға инә.
Элина: “Медицина – минең стихиям һәм башҡа һөнәрҙә үҙемде күҙ алдына ла килтермәйем”, –ти.
– Бында кешеләр яғымлы, был, әлбиттә, өйрәнеп китергә ярҙам итә, – ти ул. –Коллектив татыу, берҙәм, был да, минеңсә, шулай уҡ мөһим. Һәр табип изгелеклелек, кеше хәленә инә белеү, һөнәри белем кеүек сифаттарға эйә булырға тейеш һәм мин шуларға тап килергә тырышам.