Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
25 Май 2018, 11:57

Һәр ваҡыт ижади эҙләнеүҙә

Хөрмәтле коллегалар! Һеҙгә ижади уңыштар, уй-ниәттәрегеҙҙең мотлаҡ тормошҡа ашыуын теләйем. Эштә үҙегеҙҙең барлыҡ һөнәри таланттарығыҙ асылһын. Ул саҡта һеҙ хеҙмәт бурыстарығыҙҙы ғына үтәп ҡалмаясаҡһығыҙ, ә һәр ваҡыт ижади эҙләнеүҙә буласаҡһығыҙ һәм мотлаҡ хәҙерге уҡыусыларға ҡыҙыҡлы булған нәмәләрҙе эшләйәсәкһегеҙ. Эшегеҙҙә генә түгел, өйөгөҙҙә лә бәхетле булығыҙ. Тағы ла барлыҡ китапханасыларға ныҡлы һаулыҡ һәм ғаилә именлеге теләйем!

Мәсетле районы территорияһында беренсе халыҡ өсөн асыҡ китапханаларҙы земство асҡан. 1903 йылда Оло Ыҡтамаҡ район земство китапханаһы ойошторолған, ул 6 ауылды хеҙмәтләндергән. 1915 йыл-ға уҡыусылар һаны 329 кеше тәшкил итә. Йөҙ йыл эсендә китапхана системаһының эше бик ныҡ үҙгәрә. Әлеге ваҡытта район халҡын 27 филиал, 1 үҙәк район китапханаһы, 1 үҙәк моделле балалар китапханаһы, 1 ауыл моделле китапханаһы хеҙмәтләндерә. Дөйөм фонд 320606 дана тәшкил итә, уларҙың 86-һы аудио, 200-ө электрон сығаҡтарҙа, бер йыл эсендә уҡыусылар иҫәбе 15100 кеше тәшкил итә, 508907 китап бирелгән. 12000 белешмә эшләнгән. Шулай итеп, халыҡтың 65 проценты китапхана хеҙмәтләндереүе менән солғап алынған.

Үрҙә әйтелгәндәргә китапханасылар юғары профессиональ эшмәкәрлектәре менән ирешә. Беҙҙең китапхана системаһы белгестәре әүҙем тормош позицияһы биләй, райондың ижтимағи һәм мәҙәни тормошонда ҡатнаша, йәмәғәт ойошмалары, участка комиссияһы ағзалары булып тора. Ошоларҙың бөтәһе уларға ваҡиғалар уртаһында ҡайнар-ға, халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә булырға, улар араһында хаҡлы рәүештә ихтирам менән файҙаланырға, рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡлы булырға мөмкинлек бирә. Кадрҙар тотороҡлолоғо ҡыуандыра: йылдан-йыл эштең ҡатмарлашыуына ҡарамаҫтан, белгестәр күп йылдар дауамында үҙҙәренең һөнәренә тоғро булып ҡала. Улар араһында – Зөлфиә Рәхимова, Светлана Ғәлләмова, Илгизә Лоҡманова, Альмира Тәҡиуллина, Эльза Ғәлимова, Людмила Крючкова, Зөлфирә Кулова, Эльза Закирова, Марина Худякова, Марина Коробкина, Зилиә Вәлиева, Гүзәл Хәйретдинова һәм башҡалар. Улар эшсән, яуаплы, үҙ һөнәренә мөкиббән китеп бирелгән кешеләр.

Әлбиттә, яратҡан эшенә күп йылдарын биргәндәрҙе билдәләп үтке килә. Китапхана эше ветерандары Сәлиха Һаҙыева, Галина Ярушина, Нәзирә Әхкәмова, Дамира Ғәлимова, Фазила Рамазанова, Дамира Баева, Рая Нафиҡова, Роза Мөҡсинова, Фәйрүзә Миңлебаева, Сажиҙә Фәйзрахманова, Люциә Хәбибуллина, Нурия Ғүмәрова, Ольга Фефелова, Лидия Голдина, Гөлсирә Шафиҡова, Надежда Жданова, Рузилә Омелькова, Лилиә Юлдашева, Хәлиҙә Сибәғәтуллина, Зарифа Солтановаларға бөгөн айырым рәхмәт һүҙҙәре еткерәбеҙ.

Һөнәри байрамдарын район китапханасылары төп эшмәкәрлектәрендә лә, мәҙәниәт өлкәһендә лә яҡшы һөҙөмтәләр менән ҡаршылай. Мәҫәлән, яңыраҡ үҙәк район китапханаһында үткән “Иң яҡшы китапхана-2018” район конкурсында ҡатнашыусылар үҙ китапханалары эше менән таныштырҙы. Үҙ эштәрен иң яҡшы күрһәтеүселәр һәм асыусылар Дыуан-Мәсетле филиалы китапханасыһы Гөлназ Әхмәтханова, Теләштән Альмира Тәҡиуллина һәм үҙәк район китапханаһының хеҙмәтләндереү бүлеге мөдире Марина Худякова булды.


Һүрәттә: Район китапханасылары.


Светлана ҒӘЛИМОВА,

Мәсетле биләмә-ара китапхана системаһы директоры.