Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
25 Май 2018, 11:55

Квалификациялы хеҙмәткәр, дәртле кеше

Кадрҙар хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамында беҙ үҙ вазифаһын бөтә яуаплылыҡ менән башҡарыусыларҙы ҡотлайбыҙ. “Йондоҙ” йәмғиәтенең кадрҙар бүлеге инспекторы Зөлфиә Латипова намыҫлы хеҙмәттең сағыу өлгөһө булып тора.

Хеҙмәт юлын 1978 йылда Мәсетле районының “Комсомолец” колхозында бухгалтер сифатында башлаған, шунан хужалыҡтың ВЛКСМ секретары итеп һайлана.

Мәсетле районының Фрунзе исемендәге колхозында секретарь-машинист, кассир булып эшләгән, колхоздың кадрҙар бүлеге инспекторы булған. Бер үк ваҡытта уға ревизия комиссияһы рәйесе вазифаһы ла йөкмәтелгән.

2005 йылдан алып әлеге ваҡытҡа ҡәҙәр “Йондоҙ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә кадрҙар бүлеге инспекторы һәм кассир булып эшләй.

Зөлфиә Латипова архив, хәрби, кадрҙар эштәрен алып бара. Вазифа бурыстарын үтәүгә һәр ваҡыт намыҫлы һәм яуаплы ҡарай. Уның өсөн дисциплина профессионаллек һәм компетентлыҡ менән бер рәттән гел беренсе урында тора.

Эш ваҡытында килеп тыуған ҡатмарлы мәсьәләләрҙе ул үҙ аллы хәл итергә тырыша. Етәкселек күрһәтмәләрен үтәүҙә тырышлыҡ һәм етеҙлек күрһәтә. Зөлфиә Талип ҡыҙы вазифа бурыстарын юғары кимәлдә квалификациялы башҡара, ҙур эш күләмен үтәргә һәләтле. Башлаған эшен аҙағына еткереүҙә ныҡышмал, дәртле, йыйнаҡ, үҙ фекерен яҡлай белә. Йөкмәтелгән эште күрһәтелгән ваҡытҡа юғары сифат менән үтәй. Бөтә ошо сифаттары өсөн ауылдаштары, коллегалары һәм етәкселек араһында ихтирам һәм абруй яулаған.

Хеҙмәттәге уңыштары өсөн бер нисә тапҡыр Фрунзе исемендәге колхоздың һәм “Йондоҙ” йәмғиәтенең маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән. 2013 йылда ул Мәсетле районы хакимиәтенең, ә 2015-тә Баш-ҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының почет грамоталарына лайыҡ булған.

Зөлфиә Латипова хужалыҡта производство практикаһы үтеүсе студент-практиканттарға тәжрибәһен һәм белемдәрен бик теләп тапшыра. Ул “Йондоҙ” йәмғиәте коллективы хәстәрҙәре менән генә йәшәмәй, ә Яңы Мишәр ауыл биләмәһе хакимиәтенә лә ҡулынан килгәнсә ярҙам итә. Бына 20 йыл инде ул Аҙанғол участка һайлау комиссияһы рәйесе вазифаһын башҡара.

Гөлдәр СОЛТАНОВА,

Мәсетле мәғлүмәт-консультация үҙәгенең I категориялы белгесе.