Ошо йылдар эсендә ул терапия һәм хирургия бүлексәләрендә, теш кабинетында эшләй, терапевт һәм невролог ярҙамсыһы була. Бөгөн ул – ЭКГ кабинеты шәфҡәт туташы.
Лилиә Хәмит ҡыҙының иҫләүенсә, ул бала саҡтан аҡ халат кейеп кешеләргә ярҙам итергә хыялланған.
Әле бөгөн уның тәжрибәһе ҙур, ә 1975 йылда ул, Салауат медицина училищеһын яңы ғына тамамлаған Күмертау ҡыҙы, йүнәлтмә буйынса шәфҡәт туташы һөнәре серҙәренә төшөнөү өсөн Оло Ыҡтамаҡ ауылының ул саҡта әле иҫке бинаһына эшкә килә.
Коллегалары һәм етәкселеге Лилиә Хәмит ҡыҙын үҙ белемдәрен урынлы һәм ваҡытлы ҡуллана белгән грамоталы һәм яуаплы белгес тип иҫәпләй.
– Лилиә Хәмит ҡыҙы шәфҡәт туташы статусына тулыһынса тап килә. Ул интеллигентлы, изгелекле, ыңғай холоҡло ҡатын, бер ҡасан да сит кешенең ҡайғыһын урап үтмәй, һәр ваҡыт һәм һәр кемгә ярҙам итергә тырыша. Район халҡы уны яҡшы белә һәм ихтирам итә. Үҙенең функциональ бурыстарын үтәүгә намыҫлы ҡарай. Практик күнекмәләрҙең киң диапазонына, тәрән теоретик белемгә эйә. Йәштәр өсөн оҙаҡ йылдар яҡшы остаз булып тора, – тап ошолай ҡылыҡһырлай коллегаһын поликлиниканың өлкән шәфҡәт туташы Зәлифә Вәлиева.
Намыҫлы хеҙмәте өсөн Лилиә Баһауетдинова район һәм министрлыҡ наградалары менән бүләкләнгән. Уларҙың иң ҙуры – Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамотаһы.