– Радик Шәрифйән улы, район Мәҙәниәт һарайы структураһы менән таныштырығыҙ әле.
– “Район Мәҙәниәт һарайы” муниципаль автономиялы учреждениеһы структураһына 36 филиал инә, шул иҫәптән: 12 үҙәкләштерелгән клуб системаһы, 24 ауыл клубы. Уларҙа бөгөн 79 белгес хеҙмәт итә. Хеҙмәткәрҙәрҙең һәр ҡайһыһының үҙ-үҙен камиллаштырыуға, белемен арттырыуға ынтылыуы һәм запастарында бик күп идеялар һәм уйҙар йөрөтөүе һөйөндөрә. Әлеге ваҡытта Мәҙәниәт һарайында хореография, фольклор, биҙәү-ҡулланма, вокальхор, инструменталь сәнғәт кеүек эшмәкәрлек төрҙәре буйынса 29 ижади коллектив эшләй. 14 коллектив “халыҡ” һәм “өлгөлө” исеме йөрөтә.
Бер һүҙ менән әйткәндә, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре – ҙур бер бөтөн ғаилә ул. Улар-ҙың күбеһе почет грамоталарына, рәхмәт хаттарына эйә. Быйыл намыҫлы һәм һөҙөмтәле хеҙмәте, мәҙәниәтте үҫтереүгә өлөш индергәне өсөн Республика халыҡ ижады үҙәгенең, район Хакимиәтенең һәм мәҙәниәт бүлегенең почет грамоталары менән түбәндәге хеҙмәткәрҙәр билдәләнде: район Мәҙәниәт һарайы директоры Радик Шәрәфисламов, режиссеры Наталья Топычканова, агитация-концерт бригадаһының өлкән методисы Руслан Бәҙретдинов; Буртаковка, Тайыш һәм Оло Ҡыҙылбай ауыл клубтарының мәҙәни саралар ойоштороусылары Наталья Меркурьева, Дания Вәлиева һәм Рәфизә Бәҙретдинова; Теләш һәм Кесе Ыҡтамаҡ үҙәкләштерелгән клуб системаларының художество етәкселәре Гүзәл Минғолова һәм Евгений Ладилов; мәҙәниәт бүлеге, Әләгәҙ һәм Абдулла мәҙәниәт учреждениелары методистары Эльвира Әбдрәхимова, Юлия Кузнецова һәм Мөхәмәтнур Харрасов; мәҙәниәт бүлеге зав-хозы Айҙар Лоғманов.
– Районда бик күп ҡыҙыҡлы саралар ойошторола. Үткән йыл бигерәк тә уңышлы тип иҫәпләгәндәрен һанап китегеҙ әле.
– 2017 йылдың район кимәлендә генә түгел, ә республика, халыҡ-ара сараларға бик бай булыуы барыһына ла мәғлүм. Улар: арҙаҡлы яҡташыбыҙ Роберт Заһретдиновтың иҫтәлегенә арналған Халыҡ-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсы, “Бер-ҙәмлек-2017” Халыҡ-ара халыҡ ижады фестивале, “Һомай” республика халыҡ кос-тюмдары фестиваль-конкурсы. Экология йылына ярашлы тирә-яҡ мөхитте һаҡлау мәсьәләләренә халыҡ иғтибарын йәлеп итеү маҡсатында бихисап проекттар бойомға ашырылды, конкурстар һәм фестивалдәр уҙғарылды. 2020 йылда Башҡортостан Республикаһында үтәсәк Бөтөн донъя фольклориадаһына әҙерлек буйынса ҙур эш алып барылды.
Ғөмүмән, беҙҙең ижади коллективтар Мәҙәниәт министрлығы тарафынан уҙғарылған смотрҙарҙа, конкурс-фестивалдәрҙә әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, район Хакимиәте хеҙмәткәрҙәренең “Аҡ тирәк” фольклор ансамбле “Байыҡ” республика телевизион конкурсының гран-прийын яуланы. “Өлгөр” балалар бейеү ансамбле ошо уҡ конкурстың III дәрәжә лауреат дипломы менән бүләкләнде.
Әлеге йылға ла бик күп ҡыҙыҡлы саралар планлаштырылған. Районда Башҡорт-остан Республикаһының 100 йыллығына арналған “Тыуған яғым, һиңә дан йырлайым!” халыҡ ижады фестивале бара ла инде. Ғаилә һәм ирекмәндәр йылына, РФ-та Балалыҡтың 10 йыллығына ҡарата бай йөкмәткеле саралар планы әҙерләнгән.
– Һуңғы ваҡыт республика Хөкүмәте мәҙәниәтте үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә. Был беҙҙең районда һиҙеләме?
– Эйе. Былтыр мәҙәниәт объекттарын ремонтлауға төрлө кимәлдәге бюджет- тарҙан 5 млн 230 мең һумдан ашыу аҡса бүленде. Оло Аҡа, Әбдрәхим һәм Айып ауылдарының мәҙәниәт усаҡтарына капиталь ремонт яһалды. Кесе Ыҡтамаҡ һәм Йонос үҙәкләштерелгән клуб системаларында ҡыйыҡ, Әләгәҙҙә йылылыҡ трассаһы һәм сис-темаһы алмаштырылды.
Матди-техник базаны яҡшыртыуға 2 млн 674 мең һум бүленде, шул иҫәптән Рәсәй Федерацияһы бюджетынан – 106,6 мең һум, республиканан – 140,3 мең һум, урындағы бюджеттан – 2 млн 425 мең һум. Был средстволарға ижади коллективтар өсөн сәхнә костюмдары, тауыш һәм акустика ҡорамалдары, музыка ҡоралдары, музей өсөн стеллаждар һатып алынды.
Быйыл да ошо йүнәлештә эштәрҙе дауам итәсәкбеҙ. Яуыш, Степной, Әләгәҙ ауылдарының мәҙәниәт йорттарында ремонт эштәре планлаштырылған.
– Грант алыуға дәүләт про-граммаларында, конкурстар-ҙа ҡатнашаһығыҙмы?
– 2017 йылда Яңы Мишәр клубы (етәксеһе Эльвира Латипова) ауыл биләмәләре территорияһында урынлашҡан иң яҡшы муниципаль мәҙәниәт учреждениелары республика конкурсында еңеп сыҡты һәм 100 мең һумлыҡ грантҡа эйә булды. Ә “Елань” рус йыры халыҡ ансамбле етәксеһе Адис Ғабдуллин һәм Теләш ауыл клубы методисы Ринат Тәҡиуллин иң яҡшы муниципаль мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәр-ҙәре тип танылды һәм 50-шәр мең һум грант алды.
Быйыл беҙ “Берҙәм Рәсәй” партияһының ауыл клубтары һәм мәҙәниәт йорттары матди-техник базаларын үҫтереүгә һәм яңыртыуға йүнәлтелгән “Урындағы мәҙәниәт йорто” дәүләт программаһында ҡатнаштыҡ. Бөтә республиканан проект буйынса финанс ярҙамы күр-һәтеүгә 15 мәҙәниәт йорто һайлап алынды. Улар араһында беҙ ҙә бар.
Шулай уҡ беҙгә урындағы Хакимиәт ҙур иғтибар бүлә. Район Хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллиндың ярҙамы менән “Берҙәмлек” фестивален уҙғарыуға урындағы бюджеттан костюмдар тектереүгә һәм ҡорамалдар һатып алыуға средстволар бүленде.
– Район мәҙәниәт һарайы етәксеһе булараҡ, һеҙҙе ниндәй проблемалар борсой?
– Кадрҙар составында проблемалар бар: бөтәһе лә һөнәри белемле түгел. Етмәһә, профстандартҡа ярашлы, 2020 йылға тиклем бөтә хеҙмәткәрҙәр ҙә һөнәри белемгә эйә булырға тейеш. Шуға бәйле 12 хеҙмәткәребеҙ Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы базаһында квалификацияһын үҙгәртеү өсөн уҡып йөрөй.
Айгөл ШӘРӘПОВА әңгәмәләште.