“Мәсетле һыу каналы” коллективы.
Йәмғиәттең төп йүнәлеше булып торбаларҙан ағып төшкән һыуҙарҙы, ҡаты ҡалдыҡтарҙы юҡ итеү һәм эшкәртеү, территорияларҙы таҙартыу, ремонт-төҙөлөш эштәре һәм торама пункттарҙы төҙөкләндереү тора. Ул халыҡты, социаль, мәҙәни һәм көнкүреш тәғәйенләнешендәге объекттарҙы хужалыҡ-эсәр һыу менән тәьмин итеү өсөн файҙаланылған скважиналарҙан ер аҫты һыу-ҙарын файҙаланыуға хоҡуҡ биреүсе лицензияға эйә.
“Мәсетле һыу каналы” йәм-ғиәте яңы статуста үҙ эшен 2008 йылдан алып бара. Унда 18 кеше хеҙмәт итә. Ойошманың төп өлөшө барлыҡҡа килгән көндән алып эшләгән кеше- ләрҙән тора. Күбеһе йыл һайын үткәрелгән “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” район конкурсы еңеүселәре, намыҫлы хеҙмәттәре өсөн район Хакимиәтенең рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.
Коллективты маҡсатҡа ынтылыусан, тәжрибәле Илдус Фазлыев етәкләй. Уның эшкә һәләтлелеге, һөнәри белеме, зирәклеге, ҡарарҙар ҡабул итеүҙә яуаплылығы арҡаһында ойошма тотороҡло һәм зыян-һыҙ эшләй. Баш бухгалтер вазифаһында Венера Солтанова хеҙмәт итә. Ваҡытында иҫәпләп сығарыуҙыр, төрлө структураларға отчеттар биреү, яңы программаларҙы үҙләштереү, ҡануниәттәге үҙгәрештәрҙе өйрәнеү – быларҙың барыһы ла уның өсөн ҙур ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Бухгалтер-диспетчер Рина Хисаметдинова аралашыусан, клиенттарға ҡарата иғтибарлы. Йыш ҡына уға консультант сифатында ла булырға тура килә. Кешеләр төрлө һорауҙар һәм мәсьәләләр менән мөрәжәғәт итә. Улар нигеҙҙә коммуналь хеҙмәттәрҙе түләүгә квитанциялар буйынса. Һәр айырым осраҡта сабырлыҡ, тейешле мәғлүмәтте ҡулланыу-сыларға аңлатып биреү оҫталығы талап ителә.
Мастер Радис Сәрүәров был өлкәлә 1982 йылдан бирле эшләй. Коллегалары әйтеүенсә, техник яҡтан мәғлүмәтле белгес үҙ эшен яҡшы белә һәм ярата.
Слесарь Ралит Закиров, иретеп йәбештереүсе Рәшит Ғәзизов, водитель Марат Шәмсетдинов – йөкмәтелгән бурыстарҙы һәр ваҡыт үтәй алған дисциплиналы, яуаплы хеҙмәткәрҙәр.