Мәсетле тормошо
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
15 Март 2018, 18:16

Матурлыҡ тыуҙырыусылар

Һәр ҡатын-ҡыҙ тәбиғәте менән визажист һәм парикмахер. Көн һайын иртән улар еңел булмаған эшкә тотона – матурлыҡ тыуҙыра. Ләкин ҡайһы ваҡыт уларға белгестәргә мөрәжәғәт итергә тура килә. Клиенттар араһында бигерәк тә парикмахерҙар хеҙмәте ҙур һорау менән файҙаланыла.


Фотола (һулдан уңға): Нәсимә Дәүләтйәнова,

Зилә Ғилметдинова, Айгөл Ғилметдинова, Вера Ғатауллина.



Бөгөн парикмахер барыһына ла кәрәк. Бәхеткә күрә, беҙҙең районда был өлкәлә эшләүсе оҫталар күп. Иң тәжрибәлеләрҙән булып совет заманынан сыныҡҡан, 90-сы йылдар башынан уҡ, көнкүреш хеҙмәтләндереү комбинаты йәки, ябай ғына итеп әйткәндә, КБО эшләгән ваҡыттан, хеҙмәттәшлек иткән белгестәр Зилә Ғилметдинова, Вера Ғатауллина, Айгөл Ғилметдинова тора. Яңыраҡ уларҙың ҙур булмаған коллективы тағы ла бер хеҙмәткәр менән тулыланған – уларға Нәсимә Дәүләтйәнова ҡушылған. Үҙ эштәренең оҫталары булған был гүзәл белгестәрҙең оҙаҡ йылдар дауамында сәсте киҫтереү һәм рәткә килтереү өсөн нәҡ уларға мөрәжәғәт итеүсе даими клиенттары барлыҡҡа килгән. Улар ҡатын-ҡыҙҙар-ҙың, шулай уҡ ир-егеттәрҙең дә сәсен тәртипкә килтерә. Кеше битенең төҙөлөшө, сәс структураһы, киҫеү техникаһы тураһында ҙур теоретик белемгә эйә булған оҫталар клиенттарға прическа һайлауҙа ярҙам итә.

Сәстәрҙе төрлөсә – моделле, йәштәрсә һәм башҡа стилдәрҙә киҫәләр. Клиенттың артабанғы кәйефе һәм имиджы уларҙан тороуын оҫталар яҡшы аңлай. Сөнки парикмахер үҙ хатаһын төҙәтә алмаясаҡ. Бының өсөн сәс-тең үҫкәнен көтөргә кәрәк. Шуға күрә һәр клиентҡа ҡарата иғтибарлылар.

Йыш ҡына парикмахерҙар үҙ клиенттары өсөн психолог та булып тора. Ҡайһы берҙәр матурлыҡ салонына аралашыу һәм яҡшы кәйефкә эйә булыу өсөн килә.

– Беҙҙең һәр беребеҙ үҙ эшен ярата, юҡһа беҙ уны башҡармаҫ инек, – ти 33 йыл стажға эйә Зилә Ғилметдинова. – Беҙҙең эштә түҙемлек һәм кешене тыңлай белеү кеүек сифаттар үтә лә кәрәк, сөнки ҡайһы бер клиенттар күңелдәрен бушатыу өсөн дә килә.

Уларҙың сәс киҫтерергә килеүселәргә ҡарата иғтибары, үҙ һөнәрҙәренә ҡарата һөйөүе, таланттары, эстетик зауығы, иплелеге яуапһыҙ ҡалмай. Хушлашҡанда клиенттары йылмайып рәхмәттәр әйтеп ҡайтып китә.

Зөһрә ҒӘНИЕВА.