Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
22 Февраль 2018, 16:27

Сикте һаҡлауға арналған ғүмер

Әхмәҙиевтар ғаиләһе өсөн 23 февраль – икеләтә байрам, сөнки ирле-ҡатынлы икеһе лә Ватанға хеҙмәт иткән.

Мәйсәрә һәм Алмаз Әхмәҙиевтар бер-береһен әле мәктәп эскәмйәһенән үк белә, икеһе лә Оло Аҡа мәктәбен тамамлаған. Ғаилә башлығының буласаҡ һөнәр һайлауында тарих уҡытыусыһы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Шамил Хәсәнов хәл иткес роль уйнаған.

– Мине уның хәрби ыҫпайлығы һәм буй-һыны һоҡландыра ине, – ти Алмаз Әүхәҙи улы. – Ул һәр нәмәлә бөхтә һәм йыйнаҡ кеше булды. Хәрби үткәне уның дисциплиналылығында һәм ойошҡанлығында сағылды. Минең дә уның кеүек булғым килде.

1972 йылдың ноябрендә Алмазды армияға алалар. Ата-әсәһе һәм туғандары менән бергә йөрөгән ҡыҙы – Мәйсәрә лә уны армияға оҙатып ҡала. Ике йыл ул сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Ошо ваҡытта үҙенең яҙмышын армия менән бәйләйәсәген белә. Шуға күрә демобилизациянан һуң СССР КГБ Министрҙар Советы ҡарамағында булған Алма-Ата ҡалаһындағы Ф. Э. Дзержинский исемендәге Октябрь революцияһы орденлы Ҡыҙыл Байраҡлы Юғары сик буйы команда училищеһына уҡыр-ға инә.

1975 йылда беренсе курс-тың уҡыу каникулы ваҡытында, ғүмерлеккә бергә булырға ҡарар итеп, Алмаз менән Мәйсәрә өйләнешә.

Училищены тамамлағандан һуң сик буйы ғәскәрҙәре лейтенанты Алма-Аталағы Көнсығыш сик округына Зайсан Ҡыҙыл Байраҡлы сик буйы отрядына Ҡытай сиге үткән Ак-Колка заставаһына тәрбиәүи эш буйынса застава начальнигы урынбаҫары вазифаһына ебәрелә.

Ул ваҡыт тураһында:

– Застава – ул айырымланған подразделение. Мин хеҙмәт итә башлағанда хатта электр ҙа юҡ ине унда. Һыуҙы аттарҙа мискәләр менән инештән килтерәләр. Ҡул аҫтымда ҡайһы саҡ 80-гә тиклем һалдат була торғайны, – тип хәтерләй.

Бер нисә йыл Алмаз Әхмәҙиев Көнсығыш Ҡаҙағстан өлкәһенең Майчилик, Кызыл заставалары начальнигы булып хеҙмәт итә, Акжар сик буйы комендатураһы коменданты урынбаҫары, Ҡаратал комендатураһы коменданты була. 1994 йылда Воркута ҡалаһындағы Айырым Арктика сик буйы отрядына штаб начальнигы урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.

Бөтә ошо ваҡыт буйына ҡатыны гел йәнәшендә була. Хеҙмәт ваҡытында уларҙың ул һәм ҡыҙы тыуа. Мәйсәрә Ғәзиз ҡыҙы радиотелеграфист булып хеҙмәт итә, өлкән сержант дәрәжәһендә отставкаға сыға.

2007 йылда Әхмәҙиевтар хаҡлы ялға китә. Алмаз Әүхәҙи улы 55 йыл хеҙмәт итеп, подполковникка тиклем барып етә. Оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн ул I һәм II дәрәжәләге “Сик ғәскәрҙәре отличнигы” күкрәккә тағыла торған билдәләре, СССР Юғары Советы Президиумының “СССР-ҙың дәүләт сиген һаҡлауҙағы отличиеһы өсөн” миҙалы, I һәм II дәрәжәләге “Сик хеҙмәтендәге хеҙмәттәре өсөн”, I, II һәм III дәрәжәләге “Маҡтаулы хеҙмәте өсөн” билдәләре, Рәсәй ФСБ-һының “Оҙаҡ йылдар хеҙмәт иткән өсөн” ҡайтармалы знагы һәм башҡа миҙалдар, знактар, ҡиммәтле бүләктәр һәм грамоталар менән наградланған.

Мәйсәрә Әхмәҙиева Рәсәй ФСБ-һының III дәрәжәләге “Хәрби хеҙмәттәге отличие-һы өсөн” миҙалына, II дәрәжәләге “Сик хеҙмәтендәге хеҙмәттәре өсөн” отличие билдәһенә, III дәрәжәләге “Сик хеҙмәте отличнигы” күкрәккә тағыла торған билдәһенә эйә.

Балаларын Әхмәҙиевтар лайыҡлы кешеләр итеп тәрбиәләгән. Бөгөн улар үҙҙәре ғаилә ҡороп йәшәй. Ҡыҙҙары Лилиә Воркута ҡалаһында балалар баҡсаһы мөдире урынбаҫары булып эшләй, улдары Руслан ата-әсәһе юлынан китеп, хәрби һөнәрҙе һайлаған.

Ир менән ҡатын хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан, ауыл тормошонда әүҙем ҡатнаша. Алмаз Әхмәҙиев өс йыл Оло Аҡа ауыл Советы депутаты булған. Был ролендә ул Оло Аҡа урамдарында яҡтылыҡ булдырыуға, мәктәптә һәм клубта ремонт яһалыуға булышлыҡ иткән.

Ул – ике саҡырылыш район Советы депутаты. Таҙартыу ҡорамалдарын ремонтлау, етем балаларға фатирҙар биреү, автомобиль туҡталыштары ҡуйыу – бөтә ошо эштәрҙә уның да өлөшө бар.

Әхмәҙиевтар район сик һаҡсыларына әүҙем ярҙам итә. Бергәләп улар “Теплая” заставаһын ойошторған, йыл һайын строевой йыр смотр-ҙары, спорт уйындары һәм ярыштары уҙғаралар, Еңеү көнөндә парадта ҡатнашалар, районыбыҙ йәштәрен ватансылыҡ рухында тәрбиәләүгә үҙ өлөштәрен индерә. Улар ауылдың социаль һәм мәҙәни тормошо үҙәгендә булырға ла өлгөрә. Унан тыш, ҙур йәшелсә һәм емеш-еләк баҡсалары булған хужалыҡ алып бара.

Хәрби хеҙмәт мәктәбе ир менән ҡатындан сыҙамлы, булдыҡлы һәм дәртле кешеләр яһаған. Ғүмерҙәрен Тыу-ған илгә хеҙмәт итеүгә бағышлауҙарына Әхмәҙиевтар бер ҡабат та үкенмәгән.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.