Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
8 Февраль 2018, 18:15

Сәләмәтлек һәм матурлыҡ һағында

Стоматолог иң талап ителгән һөнәрҙәрҙең береһе. Сөнки һәр кемгә үҙ ғүмерендә теш табибына мөрәжәғәт итергә тура килә.

Оло Ыҡтамаҡ үҙәк дауаханаһының стоматолог-терапевы Ирина Ғабдуллина мәктәп йылдарында уҡ теш табибы булырын белә. Тап ошо һөнәрҙе һайлағанына бер тапҡыр ҙа үкенмәгән. Стоматология – ябай фән генә түгел, ә ижад та, тип иҫәпләй ул.

2001 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетының стоматология факультетын тамамлағандан һуң, бер йыллыҡ интернатураны Оло Ыҡтамаҡ дауаханаһында үтә. Аҙаҡтан шунда уҡ хеҙмәт юлын башлап ебәрә: балаларҙы ҡабул итә.

Ул хәҙер инде 17 йыл дауамында үҙ һөнәренә тоғро. Башта тыуған ауылы, аҙаҡтан Саратов, Усинск ҡалаларында эшләй. Ә яңыраҡ әсәһенә, туғандарына яҡыныраҡ булыр өсөн бәләкәй ватанына әйләнеп ҡайта.

Ирина Вил ҡыҙы белемен камиллаштырыу өҫтөндә даими эшләй, сөнки заманса технологиялар, ҡорамалдар, дауалау материалдары быны талап итә. Квалификацияһын арттырыу маҡсатында Италияның Верона ҡалаһында үткән оҫталыҡ дәресендә лә ҡатнаша.

Ирина Вил ҡыҙы пациенттарҙы кариес, пульпит, периодонтит кеүек сирҙәрҙән дауалай, быяла сүс штифтар менән теште реставрациялай, ауыҙ ҡыуышлығын ультратауыш менән таҙартыу процедураһын үткәрә һәм башҡа эштәр башҡара.

Стоматолог булараҡ нимә тураһында хыялланаһығыҙ тигән һорауға, бөтә каналдарҙы күреү, шулай уҡ теүәл дауалау мөмкинлеген биргән, шуның менән яҡшы һөҙөмтәгә ирешергә ярҙам иткән микроскоп менән эшләргә теләр инем, тип яуап бирә.

– Хәҙер стоматология өлкәһендә ауырттырмай дауаларға ярҙам иткән яңы технологиялар барлыҡҡа килде, шуға күрә теш белгесенән ҡур- ҡырға ярамай. Тештәр йылмайыуға ғына түгел, ә сәләмәтлеккә лә йоғонто яһай. Шуға күрә тештәрегеҙгә ҡарата етди мөнәсәбәттә булырға һәм йылына кәмендә ике тапҡыр профилактик тикшереү үтергә саҡырам, – тип мөрәжәғәт итә район халҡына Ирина Вил ҡыҙы.

Айгөл ШӘРӘПОВА.