Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
21 Ноябрь 2017, 02:00

Мөһим һәм кәрәкле һөнәр

Тәү ҡарашҡа, бухгалтерҙарҙың эше күренмәй, был кешеләр һәр ваҡыт ситтә торған кеүек. Ә инде төшөнөп ҡараһаң, уларҙың эше ҙур әһәмиәткә эйә. “Тепловик” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең бухгалтерия бүлеге дүрт белгестән тора. – Беҙҙең эш балансты ярашты- рыуға ҡайтып ҡала, – тип шаярта баш бухгалтер Әлфинә Хәлиуллина. Уның ошо һөнәрҙәге эш стажы – 37 йыл, шуларҙың алты йылын “Тепловик”та эшләй. – Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге эштең үҙенсәлеге бар, – тип дауам итә ул, – айырыуса хәҙер, торлаҡ хужалығы системаһы камил булмағанда. Халыҡ беҙгә күп төрлө проблемалар менән килә. Бында стресҡа ҡаршы тороусанлыҡ һәм зирәклек мөһим. Тағы ла шуны әйтергә кәрәк: сығымдарҙы, һалымдарҙы, эш хаҡтарын һәм башҡа күп нәмәләрҙе лә индереп, предприятиеның аҡса менән бәйле иҫәп-хисабын ойоштороуға нәҡ бухгалтерҙар яуаплы. Улар компьютер программаларына, хеҙмәт һәм һалым өлкәһендәге белемгә эйә булырға, шулай уҡ торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ҡануниәтен белергә, даими рәүештә квалификацияларын күтәрергә тейеш. Ҡулланыусылар менән ике белгес: Лилиә Саярова менән Резеда Дәүләтшина эшләй. Уларҙың компетенцияһында – хеҙмәттәр буйынса иҫәп-хисап. Бухгалтерияға килгән кешеләр менән аралашыр- ға тура килә. Бик ҙур түҙемлелеккә эйә булырға, килгән кешеләргә аңлата белергә, мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙам күрһәтергә кәрәк. Рима Ғәниеваның эшмәкәрлек өлкәһе – матди бүлек, унда хис- тойғоларҙы онотоп тороп, һандар менән эшләү өсөн аныҡ аҡылға эйә булырға кәрәк. Был ҡатындарҙың барыһы ла етди эшмәкәрлек менән мәшғүл. Уларға үҙ иҫәптәрендә яңылышырға ярамай. Шуға күрә эштәре һәр ваҡыт көсөргәнешле. Бухгалтер профессияһы – мөһим һәм кәрәкле һөнәр, сөнки бөтә ойошманың эшмәкәрлеге улар-ҙан тора. Һулдан уңға: Лилиә Саярова, Резеда Дәүләтшина, Әлфинә Хәлиуллина һәм Рима Ғәниева.Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.