Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
17 Ноябрь 2017, 02:00

Мәсетле районы Хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллиндың ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәрен ҡотлау тантанаһындағы сығышынан

Ауыл хужалығы тармағы район иҡтисадының төп нигеҙен тәшкил итә. Иң мөһим иҡтисади күрһәткестәрҙең береһе –ауыл хужалығының тулайым продукция күләме, ул 2017 йылдың ун айында 1 млрд 436 млн һум тәшкил итте, физик күләм үҫеше индексы 2016 йылға ҡарата 108,4%. Продукцияның үҫеш темпы, 2016 йыл менән сағыштырғанда, алты меңгә артҡан һәм үҫемлекселектә – 110, малсылыҡта 107 процент тәшкил итте. Йыл ямғырлы булыуға һәм финанс ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, ауыл хужалығы тауар етештереүселәре яҡшы уңыш алды. Улар 41 мең тоннанан ашыу иген урып алды, уртаса уңыш гектарынан 16,2 центнер тәшкил итте, был үткән йыл кимәленә ҡарата 111%. Әммә иген баҙарында ҡаршылыҡлы хәл килеп тыуҙы: иген бар, ә продукцияға хаҡтар юҡ. Беҙгә сәсеүлектәр структураһын яңынан тикшереп сығырға кәрәк. Рапс, етен, ноҡот борсағы, крамбе, борай кеүек баҙарҙа талап ителгән һәм юғары килем килтергән культураларҙы әүҙемерәк үҫтереү зарур. Был культуралар яҡшы иҡтисади һөҙөмтә бирә. Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2017 йылдың 17 ноябрендәге 92-сы һанында уҡығыҙ.