Мәсетле тормошо
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
17 Ноябрь 2017, 02:00

Кооперативтың ғорурлығы – ул кешеләр

“Ленинский” АПК-һы өсөн үтеп барған йылдың ниндәй булыуы һәм киләсәккә пландар тураһында хужалыҡ етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Павел Ватолин һөйләне. – Павел Леонидович, бөгөн “Ленинский” АПК-һы нимә менән шөғөлләнә? – Кооператив малсылыҡ йүнәлешендә эшләй. Хеҙмәтсәндәр сусҡа һәм һыйыр ите, һөт етештерә. Үҫемлекселек продукцияһының күп өлөшө малдарҙы ашатыуға китә. Бойҙайҙы һәм арышты һатабыҙ. Бынан тыш, беҙ өлөшләтә үҙ продукциябыҙҙы эшкәртәбеҙ: иттән ярымфабрикаттар әҙерләйбеҙ, бәләкәй тирмәндән он үткәреп икмәк-ҡалас бешерәбеҙ. Бөтә был продукция үҙебеҙҙең өс сауҙа нөктәһендә һатыла. Хужалыҡта 7000 гектар-ҙан ашыу һөрөнтө ер, 2000-гә яҡын эре мал, шунса уҡ сусҡа бар. Штатта – 212 кеше. Хужалыҡ өс фермаға эйә: сусҡа, һөт-тауар, малдарҙы һимертеү һәм башмаҡтарҙы үҫтереү буйынса. Түбәнге Бобин һәм Кесе Ыҡтамаҡ бригадалары эшләй. Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2017 йылдың 17 ноябрендәге 92-сы һанында уҡығыҙ.