Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
16 Ноябрь 2017, 02:00

12 ноябрь – Рәсәй Һаҡлыҡ банкы хеҙмәткәрҙәре көнө

Был һөнәри байрам 1998 йылда булдырыла. 1841 йылда Рәсәй императоры Николай I, халыҡ үҙ аҡсаһын ышаныслы һәм фай-ҙалы итеп һаҡлай алһын өсөн, һаҡлыҡ кассалары булдырырға тигән ҡарар сығара. Был ҡарар тиҙ арала тормошҡа ашырыла һәм Һаҡлыҡ банкы Рәсәй финанс системаһының мөһим өлөшөнә әйләнә. Һаҡлыҡ банкының физик шәхестәрҙе хеҙмәтләндереү буйынса махсус 8598/0267-се өҫтәмә офисы штатында 10 хеҙмәткәр иҫәпләнә. Районда клиенттарға уңайлы булһын өсөн биш банкомат, ике инфокиоск ҡуйылған һәм 5000-дән ашыу кеше эш хаҡы алыу өсөн ошо банк карталарын файҙалана. Коллектив хеҙмәткәрҙәре менән ғорурлана. Өҫтәмә офис етәксеһе Татьяна Могильникова һәм уның урынбаҫары Наталья Вәликаева Һаҡлыҡ банкында ун йылдан ашыу үҙ бурыстарын намыҫлы үтәй. Йәш хеҙмәткәрҙәр ҙә уларға оҡшарға тырыша. Мәҫәлән, хеҙмәтләндереү буйынса өлкән менеджерҙар Рәмзиә Ғәйнуллина, Радмила Мостафина, Алина Брахманова үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтә. Улар иҫәбендә шулай уҡ икенсе йыл эшләүсе Розалия Әлмөхәмәтова һәм яңыраҡ эшкә урынлашҡан Анна Ушакова. Ҡыҙҙар үҙ эшен ярата һәм ҡәҙерләй. Пластик карталар, ҡулланыусы һәм ипотека кредиттарын рәсмиләштереү менән шөғөлләнеүсе менеджерҙар Наталья Ушакова һәм Алина Ғибәҙуллина – яуаплы һәм компетентлы хеҙмәткәрҙәр. Яңы урынлашҡан Ирина Домрачева – консультант. Бынан тыш бүлексәнең өҫтәмә офистары Оло Аҡа һәм Йонос ауылдарында эшләй. Унда байтаҡ стажға эйә Ильза Вәисова һәм Гөлфиә Мөхәмәтшина түләүҙәр ҡабул итә, аҡса бирә, күсерә һәм башҡа бик күп эштәр баш-ҡара. Юлиә КРЮЧКОВА.