Мәсетле тормошо
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
13 Ноябрь 2017, 02:00
Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан
Эске эштәр министрлығы отличнигы һәм ветераны, отставкалағы милиция подполковнигы Рим Насиров: – Милиция эшендә хеҙмәтләндергән участкаларҙа йәшәгән халыҡ, шулай уҡ урындағы совет вәкилдәре менән даими бәйләнеш тотҡан участка инспекторҙары хеҙмәте иң мөһим звено булып торҙо. Уларға милицияның штаттан тыш хеҙмәткәрҙәре, ышаныслы вәкилдәр һәм һуңғараҡ ирекле халыҡ дружинаһы ярҙам итте.Мәҫәлән, милицияның участка инспекторы Раил Ғәлимов биш ауыл советы территорияһын хеҙмәтләндер-ҙе һәм граждандар йыйылышында халыҡҡа үҙенең эше тураһында отчет бирҙе. Ул эшләгән йылдарҙа фаш ителмәгән бер генә енәйәт тә булманы. Раил Ғәлимов фажиғәле һәләк булғандан һуң, эске эштәр бүлеге хеҙмәткәр-ҙәре атыш буйынса йыл һайын үткәрелгән ярышҡа уның исемен бирҙе.Шулай уҡ, 10 торама пункт территорияһын хеҙмәтләндереүсе милицияның участка инспекторы Муллаян Рамазановтың да асылмай ҡалған енәйәт эше булманы. Енәйәтте тикшереү бүлеге инспекторы вазифаһында ла һәр ваҡыт таҫыллыҡ һәм ныҡышмалылыҡ күрһәтте. Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2017 йылдың 10 ноябрендәге 90-сы һанында уҡығыҙ.
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?