Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
13 Ноябрь 2017, 02:00

Район халҡының именлеге өсөн хеҙмәт итәләр

Байрам уңайынан Рәсәй Эске эштәр министрлығының Мәсетле районы буйынса бүлеге начальнигы Фларид Мәзитов полиция хеҙмәткәрҙәренең район халҡының законлы мәнфәғәттәрен яҡлау буйынса бурыстарын нисек үтәүе тураһында һөйләне. – Фларид Фәнир улы, һеҙ бына инде йыл ярымдан ашыу Мәсетле эске эштәр бүлеген етәкләйһегеҙ. Үҙегеҙ хаҡында һөйләп үтегеҙ әле. – 1971 йылда Саҡмағош районының Яңы Балтас ауылында тыуғанмын. Мәктәптән һуң, армияла хеҙмәт иттем, Өфөлә энергетика техникумын тамамланым. Эске эштәр министрлығы органдарында хеҙмәт юлымды 1995 йылда ведомствонан тыш һаҡта сержант булып башланым. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Мәсетле районы буйынса бүлеге начальнигы итеп күсерелгәнгә тиклем, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының 5-се полиция бүлеге начальнигы урынбаҫары вазифаһында хеҙмәт иттем. Рәсәй Эске эштәр министрлығының юридик институтын тамамланым. – Хеҙмәткәрҙәрегеҙ тураһында нимәләр әйтә алаһығыҙ? – Беҙҙең коллективта 72 кеше эшләй, һәр береһе үҙ бурысын намыҫлы башҡара. Дөйөм алғанда, беҙҙең коллектив профессиональ, эшкә һәләтле, етәкселек ҡуйған бурыстарҙы үтәргә, шулай уҡ муниципалитет башлығына һәм урындағы үҙидара органдарына ярҙам күрһәтергә әҙер. Быйыл бүлек хеҙмәткәрҙәренең күбеһе Мәсетле эске эштәр бүлеге етәкселегенең генә түгел, ә Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр бүлегенең, район Хакимиәтенең почет грамоталарына лайыҡ булды. Был шулай уҡ хеҙмәткәрҙәребеҙҙең профессионаллеге тураһында һөйләй. Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2017 йылдың 10 ноябрендәге 90-сы һанында уҡығыҙ.