Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
13 Ноябрь 2017, 02:00

Милиция тарихынан

Мәсетле районында милиция бүлеге 1931 йылдың авгусында барлыҡҡа килә. 1941 йылдың мартында эске эштәр халыҡ комиссариаты (НКВД) бүлексәһе төҙөлөү сәбәпле ул бөтөрөлә. 1942 йылдың июлендә ҡайтанан милиция бүлеге итеп үҙгәртелә. Һуғыштан һуң район милицияһында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар Мишарин А. С., Худяков А. Я., Ғәлимов В. С., Рамазанов М. Ә., Халиҡов Ә. Х., Крючков П. П. һәм Низамов Р. Ғ. төрлө вазифаларҙа хеҙмәт итә. Хәмитовтар (1934 һәм 1937 йылға тиклем); Хәйретдинов (1941-гә тиклем); Брив А. Ф. (1942-гә тиклем); Баутин Н. Т. (1943-кә тиклем); Тульсинский С. Я. (1944-кә тиклем); Недонасов Н. И. (1945-кә тиклем); Чердынцев Т. Б. (1947-гә тиклем); Фәйзуллин Р. С., Сөнәғәтуллин И. Р., Ағишев М. А. (1954-кә тиклем); Юнысов М. Г. (1957-гә тиклем); Хәкимов З. Г. (1965-кә тиклем); Хәбиров Н. Х. (1971-гә тиклем); Насиров Р. А. (1989-ға тиклем); Шәйәхмәтов Р. Б. (1994-кә тиклем); Йыһаншин А. А. (2000-гә тиклем); Шәмсиев А. Г. (2002-гә тиклем); Шәрипов М. Н. (2006-ға тиклем); Хәзимуллин Ф. Х. (2010-ға тиклем); Шәйхетдинов А. А. (2014-кә тиклем); Хажиев Д. В. (2016-ға тиклем) эске эштәр бүлеге начальнигы була.Мәсетле РОВД-һында Нурмөхәмәтов Ә. М., Ковин П. Г., Мальцев Е. М., Ғилметдинов Р. А., Коряков В. И., Лотфуллин Ф. Г., Искорцева А. К., Ғәлимов Р. Х., Ғәлимов В. С., Сисәнбаев Ф. Б., Латипова Ф. В., Мөхәрәмов И. Ф., Ғәләев Р. Н., Йыһаншин Р. Р., Хәйретдинов Ю. Ш., Вәлиев Ю. Й. һәм Вәхитов Р. Х. һәм башҡалар оҙаҡ йылдар эшләне.