Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
13 Ноябрь 2017, 02:00

Күңеле ҡартаймай ветерандың

Ветерандар ойошмаһы рәйесе, МВД ветераны, отставкалағы милиция подполковнигы Миҙхәт Зияетдинов: - Мәсетле районының эске эштәр органдары ветерандар ойошмаһы 1989 йылда ойошторолған.Әлеге ваҡытта ветерандар советы сос-тавына отставкалағы милиция подполковнигы Вәрис Вәлиев, отставкалағы эске хеҙмәт майоры Алик Кашапов һәм отставкалағы милиция капитандары Иҙелман Мөхәрәмов менән Зиларис Кинйәбаев инә. РОВД-ның ветерандар ойошмаһында барлығы ҡырҡ ветеран тора. Рәсәй МВД-һы бүлеге хеҙмәткәрҙәре һәм туғандары менән берлектә йыл һайын май башында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, эске эштәр бүлегендә хеҙмәт итеү осоронда һәләк булған хеҙмәткәрҙәр һәм ветерандар ерләнгән урындарға сығабыҙ, ерләү урындарын таҙартабыҙ, веноктар һалабыҙ.Йылдың-йылы оло йәштәгеләр көнөнә осрашыуҙар уҙғарыла. Быйыл дүрт ветеранды юбилейҙары менән ҡотлап, эске эштәр бүлегенән һәм ветерандар ойошмаһынан ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙыҡ. Унан тыш, ғаиләләребеҙ менән бергә РФ МВД-һы һәм эске эштәр ғәскәрҙәре, милиция, армия һәм флот көндәрен билдәләйбеҙ, тәбиғәткә сығабыҙ, ҡышын саңғыларҙа йөрөйбөҙ, шахмат һәм шашка турнирҙары уҙғарабыҙ.