Мәсетле тормошо
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
13 Ноябрь 2017, 02:00
Бөгөн – РФ Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө
Хөрмәтле полиция ветерандары һәм хеҙмәткәрҙәре!Ысын күңелдән һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ! Рәсәй полицияһы көнө – ысын мәғәнәһендә ҡаһарман һәм Ватанға йәне-тәне менән бирелгән кешеләр байрамы.Рәсәй милицияһы – Рәсәй тарихының айырыл-ғыһыҙ өлөшө. Әле 1715 йылда уҡ Петр I Рәсәйҙә йәмәғәт тәртибен һаҡлау хеҙмәтен булдыра һәм уны полиция тип атай. 1917 йылдың 10 ноябрендә эшсе милиция төҙөлә. Беҙҙең заманда эске эштәр системаһы бер нисә тап-ҡыр үҙгәртеп ҡоролдо һәм исеме үҙгәртелде. Эшмәкәрлектең асылы үҙгәрешһеҙ ҡалды – дәүләт мәнфәғәттәрен яҡлау, йәмәғәт тәртибен һәм илебеҙҙең һәр бер гражданының тыныс тормошҡа хоҡуғын һаҡлау. Намыҫлы хеҙмәтегеҙ, һайлаған һөнәрегеҙгә тоғролоғоғоҙ, законға һәм именлекте яҡлауға фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ өсөн һеҙгә ихлас күңелдән рәхмәт әйтәбеҙ. Яҡташтарыбыҙ һеҙҙең менән ғорурланһын – үҙегеҙгә йөкмәтелгән яуаплылыҡты намыҫ менән үтәгеҙ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, хеҙмәтегеҙҙе, һөнәри һәм гражданлыҡ бурысығыҙҙы үтәүҙә уңыштар теләйбеҙ! Үҙегеҙгә һәм яҡындарығыҙға – мөхәббәт һәм ғаилә именлеге! Район Советы һәм Хакимиәте.
Новости партнеров
Ҡыш ҡасан килә?
Уфимский лимонарий – точка притяжения туристов со всех концов России
Балтачлар аккошлар гаиләсе өчен борчыла