Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
26 Октябрь 2017, 02:00

Хәйерле юл, водитель!

“Автомобилселәр көнө” Рәсәй Федерацияһында йыл һайын октябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә билдәләнә. Һөнәри байрам хөрмәтенә ошо яуаплы һөнәрҙе һайлаған һәм Мәсетле районы ойошмаларында байтаҡ йылдар хеҙмәт иткән кеше тураһында һөйләп үтке килә. Юлиә КРЮЧКОВА. Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районының “Мәғлүмәт-консультация үҙәге”ндә бына инде байтаҡ йылдар водитель булып Альберт Ҡәләмов эшләй. Ул ун йылға яҡын водитель стажына эйә. Эшенә бик яуаплы, уға ышанып тапшырылған транспортҡа һәр саҡ һаҡсыл ҡарашта. Альберт Төхвәтулла улы Мәсетле районының Октябрьск ауылында тыуған. Мәктәпте тамамлағандан һуң, 79-сы Яраҫтау һөнәрселек училищеһында киң профилле тракторсы-машинист һөнәрен үҙләштерә. Бер нисә ай эшләгәс, тиҫ- терҙәре кеүек үк, Ватаны алдында хәрби бурысын үтәү өсөн армияға китә. Хәрби-һауа көстәрендә башта Краснодар, аҙаҡтан Приморье крайында хеҙмәт итә. Армиялағы һуңғы йылын Афғанстанда үткәрә, хәрби хәрәкәттәр ветераны статусына эйә. Хеҙмәтен тамамлап, 1988 йылда тыуған ауылына әйләнеп ҡайта һәм эш башлай. Альберт Төхвәтулла улы хеҙмәт биографияһында бөтәһе өс һөнәр алмаштыра. Тәжрибә-производство хужалығында механизатор булып башлай, ләкин ныҡ имгәнгәндән һуң, һаҡсы эшенә күсергә тура килә. Альберт Төхвәтулла улы Мәғлүмәт-консультация үҙәгенә эшкә 2008 йылда урынлаша. Водителдең эш көнө сәғәт һигеҙҙә башлана. Иртән ул маршрут ҡағыҙын ала. Артабан километрҙар һәм эш сәғәттәре һиҙелмәй генә үтеп китә. – Үҙ эшен намыҫлы һәм профессиональ башҡара. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙғаны юҡ, – тип билдәләне учреждение директоры Владимир Филимонов... Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2017 йылдың 27 октябрендәге 86-сы һанында уҡығыҙ.