Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
16 Октябрь 2017, 02:00

Юл эше оҫталары

Йыл һайын октябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә, ә быйыл ул 15 октябргә тура килде, юл тармағы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамдарын билдәләй. Был дата – Рәсәйҙә иң йәш байрамдарҙың береһе. Ул Рәсәй Президентының 2000 йылдың 23 мартындағы “Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө тураһында”ғы указына ярашлы раҫланған. Быға тиклем ул автомобиль транспорты һәм юл хужалығы хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы булараҡ билдәләнде. Юлиә КРЮЧКОВА. Юлдар районды һәм төбәкте йылдам үҫтереү өсөн мөһим шарт, шулай уҡ төп күрһәткестәренең береһе булып тора. “Башкиравтодор” ААЙ-һының Мәсетле юл ремонт-төҙөлөш идаралығы муниципаль һәм төбәк-ара әһәмиәттәге 365 километр юлды хеҙмәтләндерә. Бөгөн предприятиела 67 кеше хеҙмәт итә. Машина-трактор паркы кәрәкле техника менән тулыһынса комплект- ланған. Ҡышын автомобиль юлдарының хәүефле участкаларына һибеү өсөн ҡом ҡатнашмаһы ла тулы күләмдә әҙерләнгән. Һәр эштә уңыштарға, билдәләнгән маҡсаттарға ирешеү күп осраҡта хеҙмәткәрҙәрҙең эш сифатына, профессионаллегенә һәм ышаныслы булыуына бәйле. Мәсетле юл ремонт-төҙөлөш идаралығы начальнигы Илгиз Фазлетдинов билдәләүенсә, филиал коллективының эше яйға һалынған, бында һәр кем үҙ урынын белә һәм барыһы ла – үҙ эшенең ысын оҫтаһы... Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2017 йылдың 17 октябрендәге 83-сө һанында уҡығыҙ.