Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
9 Октябрь 2017, 02:00

Рәхмәт һеҙгә, уҡытыусылар!

Уҡытыусылар көнөнә арналған тантаналы сара 5 октябрҙә район Мәҙәниәт һарайында үтте. Эльвира БАҺАУЕТДИНОВА. Байрамда райондың бөтә белем биреү учреждениелары уҡытыусылары, педагогик хеҙмәт ветерандары, мәғариф идаралығы органдары етәкселәре, Мәсетле районы буйынса ЮХХДИ бүлеге вәкилдәре ҡатнашты. Мәсетле районы Хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова педагогтарға Башҡортостан Республикаһының Почет грамоталарын һәм Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Сығышында ул уҡытыусы хеҙмәтенең еңел түгеллеген, ләкин иң бөйөк һәм ижади һөнәр тип иҫәпләнеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Педагогтар белем генә биреп ҡалмай, ә балала шәхес формалаштыра, Ватанына ҡарата һөйөү тәрбиәләй, әхлаҡлылыҡ төшөнсәһен аңлата... Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2017 йылдың 10 октябрендәге 81-се һанында уҡығыҙ.