Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
5 Октябрь 2017, 02:00

Һөнәре – страховкалау буйынса консультант

Йыл һайын 6 октябрҙә Рәсәйҙә страховкалау өлкәһендә эшләүсе белгестәр үҙҙәренең һөнәри байрамын – Страховкалаусылар көнөн билдәләй. Байрам тарихы революцияға тиклемге осорға барып тоташа. Страховкалаусылар көнө итеп 6 октябрь датаһы осраҡлы һайланмаған, нәҡ ошо көндө алыҫ 1921 йылда РСФСР-ҙа Дәүләт страховкаһы үҙ эшен башлай (хәҙерге исеме Рәсәй дәүләт страховкалау хеҙмәте). 6 октябрҙә РСФСР-ҙың халыҡ комиссарҙары Советы “Дәүләт мөлкәт страховкалауы тураһында” декрет ҡабул итә. Ошо декрет шәхси хужалыҡтарҙы төрлө бәлә-ҡазаларҙан – янғындарҙан, ауыл хужалығы культураларын боҙ һуғыуҙан, малдарҙың күпләп ҡырылыуынан, шулай уҡ ҡоро ер һәм һыу өҫтө транспортын аварияларҙан страховкалауҙы күҙ уңында тота. Рәсәйҙә страховкалау тарихын ошонан башлана тип иҫәпләү ҡабул ителгән, ә был ваҡиға Страховкалаусылар көнө тарихына нигеҙ һалыусы. Билдәле булыуынса, страховкалау полисын махсус пункттарҙа ғына түгел, ә страховкалау консультантынан да һатып алырға мөмкин. Ул страховкалау компанияһының рәсми вәкиле булып иҫәпләнә. Нина Соломоновна Дремина 33 йыл хеҙмәт стажына эйә, 3-сө категория страховкалау агенты. Уға 66 йәш, ләкин үҙ эше тураһында тәүәккәл һәм мауығып һөйләгән ҡатынға ҡарап, уның оло ғына йәштә булыуына ышаныуы ауыр. Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2017 йылдың 6 октябрендәге 80-се һанында уҡығыҙ.