Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
2 Октябрь 2017, 02:00

Уҡытыусы һөнәре – иң яҡшыһы

Районыбыҙҙа бар күңелен балаларға, яратҡан эшенә бағышлаған уҡытыусылар күп. Уларҙың һәр береһе маҡтауға һәм оло хөрмәткә лайыҡ. Ниндәй уйҙар менән йәшәй һуң бөгөнгө уҡытыу-сы? Хеҙмәтенең төп асылын, мәғәнәһен нимәлә күрә? Һүҙ Ҡорғат мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зилира Хәй-ҙәрйән ҡыҙы Ғиниәтуллина тураһында. Зилира Хәйҙәрйән ҡыҙы Аҙанғол ауылында тыуған. Уҡытыусы һөнәренә мөхәббәте, иң беренсе сиратта, ғаиләлә тәрбиәләнгәндер. Әсәһе Фәхринур Сәлим ҡыҙы башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып 38 йыл ғүмерен ошо изге эшкә бағышлай. Хеҙмәтен намыҫлы башҡарып, уҡыусыларының яратҡан остазы, кәңәшсеһе булды. Зилира Хәйҙәрйән ҡыҙы Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлағас, күп уйлап тормай, Ҡорғат мәктәбенә эшкә килә. Директорҙың уҡытыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары, башҡорт теле уҡытыусыһы – эш менән йылдарҙың үткәне һиҙелмәй ҡалған, уҡытыусы булып эшләүенә 28 йыл үтеп тә киткән. Уҡыусыларҙа башҡорт теленең гүзәллегенә, серле ҡурай моңона, Салауат батыр тоҡомоноң мәҙәниәтенә, сәнғәтенә, үткәненә, бөгөнгөһөнә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятып, киләсәгенә ышаныс, өмөт тәрбиәләү өсөн педагогик алымдарға таянып эҙләнергә, яңынан-яңы алымдар ҡулланып, дәрестәрен төрләндерергә тырыша. Компьютер, интернет, төрлө видеояҙмалар кеүек заманса технологияларҙы ҡулланыу дәрестәргә әҙерләнеүҙе һәм уҡытыуҙы күпкә еңеләйтә. Уҡыусылар бер генә минутҡа ла эшһеҙ ҡалмаҫҡа, уй-фекерҙәрен ситкә ебәрмәҫкә тейеш тигән маҡсаттан сығып, яңы тема аңлатҡанда күберәк уларҙың үҙҙәрен йәлеп итә. Фекерҙәрен асыҡ итеп әйтергә, яһалған хаталарҙы ваҡытында төҙәтә белергә өйрәтеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Интернет, компьютерҙы файҙалана. Белем кимәлен тикшергәндә ваҡытты күп алмаҫ өсөн тестар менән эшләүгә өҫтөнлөк бирә. Уҡытыусы ғүмер буйы уйлана, эҙләнә, камиллаша. Ул уҡыусыны үҙ аллы тормошҡа әҙерләй. Баш-ҡорт теле уҡытыусыһы балаларҙы дөрөҫ һөйләшергә, уҡырға, яҙырға өйрәтеү менән бергә уларҙа әҙәп-әхлаҡ, халҡыбыҙҙың рухи һәм матди байлығына ихтирам тәрбиәләргә тейеш. “Беҙҙең бурысыбыҙ – ата-бабаларыбыҙ ҡалдырған телебеҙҙе һаҡлау, үҫтереү, илебеҙҙең киләсәгенә еткереү, халҡыбыҙ тарихына, мәҙәниәтенә, сәнғәтенә ихтирам тәрбиәләү. Илебеҙ киләсәге – балалар ҡулында, ә уларҙың белеме, тәрбиәһе беҙгә йөкмәтелгән. Беҙ уҡыусыларыбыҙ күңеленә киләсәк орлоҡтары һалабыҙ, улар булдырған киләсәктә үҙҙәре генә түгел, беҙ ҙә йәшәйәсәкбеҙ”, – ти Зилира Хәйҙәрйән ҡыҙы. Шуға күрә лә уҡытыусы тарафынан уҡыусы күңеленә һалынған орлоҡ ышаныслы, тос булһын, тормош ҡырауҙарына, әсе ел-дауылдарына бирешмәһен, киләсәктә гөрләп сәскә атһын һәм мул емештәре менән Тыуған илебеҙҙе, халҡыбыҙҙы ҡыуандырһын. Айһылыу САХАЕВА,мәғариф алдынғыһы.