Мәсетле тормошо
-3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
2 Октябрь 2017, 02:00
Һәр дәресе – мөғжизәле донъя
Һәр мәктәптең ғорурланыр уҡыу-сылары, уҡытыусылары була. Беҙҙең Әбдрәхим мәктәбендә лә ошондай кешеләр бик күп. Шуларҙың береһе – тәжрибәле, балаларҙың яратҡан педагогы Фирүзә Ринат ҡыҙы Мөхөбуллина. Ул 30 йылға яҡын ошо мәктәптә арымай-талмай башланғыс кластарҙа белем бирә. Уның һәр бер дәресе – мөғжизәле донъя. Мәсәғүт педагогия училищеһын уңышлы тамамлап, 1989 йылда хеҙмәт юлын башлаған Салауат районы ҡыҙы хәҙерге көндә юғары категориялы, ҙур тәжрибәгә эйә булған оло йөрәкле уҡытыусы. Уҡыусылары уны яғымлы тауышы, изге күңеле һәм башҡа бик күп яҡшы сифаттары өсөн хөрмәт итә. Һәр дәрестән төплө белем алған уҡыусылары олимпиадаларҙа юғары уңыштарға өлгәшеп, уҡытыусыларын һөйөндөрә. 2016-2017 уҡыу йылында Фирүзә Ринат ҡыҙының уҡыусылары араһынан Ралина Нуретдинова ”Республикамды данлайым!” иншалар конкурсында II урын яуланы, ә Дилбәр Мофазалова “Иҫләйем!Ғорурланам!” иншалар конкурсында призер булды. Рус теленән Ралина Нуретдинова I урын яулаһа, тирә-яҡты өйрәнеү фәненән Дилбәр Мофазалова III урын алып ҡыуандырҙы. Уның класы бөтә Рәсәй тикшеренеү эшендә лә юғары уңыштарға өлгәште. Фирүзә Ринат ҡыҙы уҡытыу эше менән бер рәттән кластан тыш саралар-ҙы оҫта ойоштороуы менән дә айырылып тора. Ул мәҙәни сараларҙа ҡатнашып, ауылдаштарын моңло тауышы менән ҡыуандырырға ла өлгөрә. Ауылыбыҙҙа “Иң өлгөлө йорт” хужабикәһе лә Фирүзә Ринат ҡыҙы. Тормош иптәше Азат Ибәтулла улы менән шау сәскәле күркәм, матур йортта һоҡландырып донъя көтәләр. Әбдрәхим мәктәбенең данын күтәргән егәрле уҡытыусыға һәм уның тырыш уҡыусыларына был уҡыу йылы ла ҙур уңыштар килтерһен тип теләйһе ҡала. Минзилә ӘХМӘТХАНОВА, Әбдрәхим мәктәбе директорының уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары.
Новости партнеров
Синоптиктарға ышанырғамы, Рәйес бабайғамы?
“Җиде бала үстек әткәй белән...”
О чём говорят немые колонны Уфы