Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
2 Октябрь 2017, 02:00

Һәләтле педагог һәм һоҡланғыс вожатый

Башҡорт гимназияһында үҙ эшенең оҫтаһы тип ныҡлы әйтерлек уҡытыусы бар. Ул юғары категориялы педагог, өлкән вожатый, мәктәп яны участкаһы мөдире, йәмәғәт башланғыстарында музей етәксеһе, остаз һәм яҡшы кеше Людмила Анатольевна Глухова. Людмила Анатольевна был мәктәптә 1990 йылдан башлап эшләй. Ул һәр дәресте уҙғарыуға ижади ҡарай. Остаз бигерәк тә үҙ тәрбиәләнеүселәренең хеҙмәт күнекмәләрен үҫтереүгә һәм уларҙы тормошҡа әҙерләүгә ҙур иғтибар бүлә. Людмила Анатольевнаның уҡыусылары йыл һайын район олимпиадаларында, республика ижад конкурстарында ҡатнаша һәм призлы урындар яулай. Эшләү дәүерендә педагог үҙен һәләтле тәрбиәсе итеп тә күрһәтте. Синыф етәксеһе булараҡ бер нисә класс сығарҙы. 2011 йылдан Л. Глуховаға өлкән вожатый эше ышанып тапшырыла. Быйыл ул вожатыйҙар район конкурсында еңеүсе тип табылды. “Дуҫлыҡ иле” балалар берекмәһендә педагог етәкселегендә бик күп ҡыҙыҡлы һәм файҙалы эштәр ойошторола. Унда шөғөлләнеүселәр район һәм республика бәйгеләренән тыш Бөтә Рәсәй конкурстарында әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, уҡыусыһы Зөлфиә Хафизова “Үткәндәргә табан” Бөтә Рәсәй конкурсының республика һайлап алыу турында алты еңеүсе араһында билдәләнде һәм “Артек” лагерына бушлай путевка менән бүләкләнде. Людмила Анатольевна хеҙмәт дәрестәре уҡытыусыларының район методик берекмәһе етәксеһе лә. Йыл һайын асыҡ дәрестәр күрһәтә, семинарҙар үткәрә, йәш педагогтар менән тәжрибәһен уртаҡлаша. Уның педагогик эшмәкәрлеге Пионерҙар һәм уҡыусылар йортоноң, район мәғариф бүлегенең, Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлыҡтарының маҡтау ҡағыҙҙары һәм I дәрәжә милли премия лауреаты дипломы менән баһаланды. Вәсимә КОЖЕНКОВА,Башҡорт гимназияһының тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары.