Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
25 Сентябрь 2017, 02:00

Индерелгән яңылыҡтар мәктәпкәсә йәштәге балаларға уңыштарға өлгәшеү һәм заманса булыу мөмкинлеген бирәсәк

2014 йылдың 1 ғинуарынан мәктәпкәсә белем биреүҙә федераль дәүләт стандарттары (артабан – ФГОС) ғәмәлгә индерелде. Мәктәпкәсә белем биреү Рәсәй йәмғиәте тарихында беренсе тапҡыр тулы ҡиммәтле кимәлгә күтәрелде. Шуға күрә мәктәпкәсә белем биреүҙә ФГОС мәғариф системаһының бөтә кимәлдәре һәм структураларының үҙ-ара килешеп эш итеүен күҙ уңында тота. Улар норматив, хоҡуҡи, кадрҙар, фәнни-методик һәм матди-техник кеүек кәрәкле шарттар менән тәьмин итергә тейеш. Яңы стандартҡа ярашлы, мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары балаларҙы мәктәпкә әҙерләүҙе дауам итәсәк, ләкин хәҙер баҫым баланы уҡытыуға түгел, ә уның шәхсән сифаттарын үҫтереүгә яһала, йәғни кескәйҙәрҙең ҡыҙыҡһыныуын арттырыу, танып-белеү ынтылышын, күҙаллауын үҫтереү иғтибар үҙәгенә ҡуйыла. Балаларҙы халыҡ педагогикаһы нигеҙендә тәрбиәләү, уларға ярашлы аң-белем биреү, тирә-йүнде танып белергә өйрәтеү, баланың ижади һәләтен үҫтереү, һаулығын нығытыу, тиҫтерҙәре һәм ололар менән әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләренә ярашлы аралашырға өйрәтеү балалар баҡсаһы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләренең береһе булып тора ла инде. Беҙҙә яңы стандарттарҙы индереү буйынса ҙур эш башҡарылды: эш төркөмө булдырылды, “Юл картаһы” әҙерләнде, муниципаль кимәлдәге норматив документтар үтәлешенә анализ эшләнде; мәктәпкәсә төркөмдәрҙең норматив-хоҡуҡи документтарына үҙгәрештәр һәм төҙәтмәләр индерелде, хеҙмәткәрҙәрҙең вазифа күрһәтмәләре ФГОС талаптарына ярашлы тәртипкә килтерелде. Хәҙерге заманда уңыш нигеҙе – кадрҙар потенциалын юғары сифат менән тәьмин итеү. Был, үҙ сиратында, ойошмалар эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген арттырасаҡ, тимәк, уны конкуренцияға һәләтле итәсәк. Беҙҙең бөтә педагогтар ҙа квалификация арттырыу буйынса курстар үтте, үҙ аллы белем алыу темаларын әҙерләй, портфолиоларын һәм методик тәжрибәһен тулыландыра. Төркөмдәрҙә предмет-үҫтереү мөхите һәр бала яратҡан эше менән ирекле шөғөлләнә алырлыҡ итеп ойошторола. Йыһаздарҙы конструкция төҙөү, һүрәт төшөрөү, ҡул эше, театр-уйын эшмәкәрлеге, тәжрибә яһау кеүек сектор-ҙар буйынса урынлаштырыу балаларға ҡыҙыҡһындырған тема буйынса төркөмдәргә берләшергә ярҙам итә. Үҙәк урынды танып белеү эшмәкәрлеген йәнләндереүсе материалдар – үҫтереүсе уйындар һәм уйынсыҡтар биләй. Мәктәпкәсә белем биреүҙә ФГОС программаһын уңышлы тормошҡа ашырыу өсөн үҫтереүсе предмет-киңлек мөхите бай, үҙгәреүсән, полифункциональ, вариатив, уңайлы һәм хәүефһеҙ булырға тейеш. Быларҙың барыһын да беҙ күҙәтергә тырышабыҙ: төркөмдәрҙә үҙәк өлөштө бушатып, беҙ балалар әүҙем хәрәкәт итһен өсөн шарттар булдырабыҙ. Төркөмдәрҙә үҫтереүсе мөхиткә анализ яһап, беҙ төркөмдәрҙең күбеһенең ФГОС талаптарына ярашлы, ләкин юғары өлгөнән алыҫ булыуына инандыҡ. Беҙгә территорияла ла бик күп эштәр башҡараһы бар әле, сөнки балалар ваҡыттарының 30 процентын шунда үткәрә. Тәрбиәләнеүселәрҙең ата-әсәләре лә белем биреү барышында ҡатнашыусы булып тора, шуға күрә улар менән эшләүҙең традицион формаһынан тыш, инновацион алымдары ойошторолған: консультатив пункт булдырылған, оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә һәм уртаҡ театраль тамашалар әҙерләнә. Стандарттарҙы тормошҡа ашыр-ғанда беҙ бер нисә проблемаға юлыҡтыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, матди-техник һәм финанс тәьминәт ФГОС-ҡа ярашлы етерлек түгел: төркөмдәрҙә компьютер техникаһы, интерактив таҡталар юҡ; уйын йыһаздары, канцелярия кәрәк-яраҡтары, тейешле мебель етешмәй. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары белгестәр – логопедтар, өлкән тәрбиәселәр, психологтар, физкультура буйынса инструкторҙар менән етерлек кимәлдә тупланмаған. Педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең квалификацияһы етәкселәр, белгестәр һәм хеҙмәткәрҙәр вазифаһының Берҙәм квалификация белешмәһендә ҡаралған характерис-тикаға тулыһынса тап килмәй. Балалар һәм ата-әсәләр менән бергәләп эшләү алымдарын һәм бөтә кәрәкле сараларҙы үткәреү өсөн ваҡыттың етмәүе күҙәтелә. Педагогтар составының урта йәше – 45-50 йәш. Күпмелер ваҡыттан һуң тәрбиәселәрҙең бер ваҡытта пенсияға китеүе мөмкин һәм мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы “һөнәри соҡорға” эләгәсәк. Беҙҙә пенсия алды һәм пенсия йәшендәге тәрбиәселәрҙе алмаштырырға тейешле 30-35 йәшлек педагогтар үтә лә етешмәй. Ауыл ерендә махсус кадрҙар составын табыуы бик ауыр. Проблемалар бар. Ләкин улар хәл итерлек. Иң мөһиме – сигенмәҫкә һәм билдәләнгән юл буйынса барырға. Әгәр ҙә педагог үҙ ҡарашын үҙгәртмәһә, бер ниндәй ҙә, хатта иҫ киткес методик материалдар һәм заманса йыһаздар ҙа, һөҙөмтә бирмәйәсәк. Яңы стандартҡа ярашлы белем биреү өлкәһендә маҡсаттарҙы уңышлы тормошҡа ашырыуҙа гарантия – ул яңы аң, яңы ҡараш, педагогик эшмәкәрлеккә яңы мөнәсәбәт. Педагогтарҙың дөйөм бурысы – федераль дәүләт стандарттарын “белем биреү карабы өсөн кәртә”гә әйләндермәү. Сөнки бөгөн индерелгән яңылыҡтар мәктәпкәсә йәштәге балаларға төрлө социаль-иҡтисади шарттарҙа уңыштарға өлгәшеү һәм заманса булыу мөмкинлеген бирәсәк. Гөлнара ЯУБӘШИРОВА, Оло Ыҡтамаҡ ауылының “Миләш” балалар баҡсаһы мөдире.