Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
25 Сентябрь 2017, 02:00

Ата-әсәләр менән бер көн

Асыҡ ишектәр көнө ата-әсәләр менән эшләүҙең бер формаһы булып тора. Ул ата-әсәләргә мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, уның традициялары, ҡағи-ҙәләре, тәрбиәләү һәм белем биреү барышында бурыс-тары менән танышыу мөмкинлеге бирә. Бындай саралар ата-әсәләр менән педагогтар араһында ышаныслы мөнәсәбәттәр ҡороу, балаларҙы тәрбиәләүҙә уртаҡ бурыстар билдәләү өсөн үткәрелә. Беҙҙең балалар баҡсаһының педагогтар коллективы балаға үҫешеү һәм уның һаулығын нығытыу өсөн учреждениела хәүеф-һеҙ, педагогик яҡтан грамоталы, уңайлы мөхит булдырылғанын күрһәтергә теләй ата-әсәләргә. Үҙ-ара бәйләнеште нығытыу маҡсатында 20 сентябрҙә Асыҡ ишектәр көнө үткәрелде. Был турала беҙ ата-әсәләргә мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһының рәсми сайты аша алдан иғлан иттек, шулай уҡ стендҡа белдереү ҡуйылған ине. Ата-әсәләр өсөн мәғлүмәттәр күргәҙмәһе әҙерләнде. Сараны балалар баҡсаһы мөдире Галина Корекова асты һәм учреждение эшмәкәрлегендә өҫтөнлөклө йүнәлештәр тураһында һөйләне. Асыҡ ишектәр көнө өлкәндәргә балалар баҡсаһында бер көн “йәшәү” мөмкинлеген бирҙе. Көн дауамында ата-әсәләр педагогтарҙың балалар менән бергә башҡарған уртаҡ эштәрен ҡарай алды, көн тәртибе, саф һауала йөрөү режимы, учреждениеның предмет-үҫтереү мөхите, тәрбиәләнеүселәрҙең ижади эшмәкәрлеге менән танышты. Былар барыһы ла ата-әсәләр, йәмәғәтселек өсөн балалар баҡсаһының асыҡ булыуын күрһәтте, педагогик коллективтың эш тәжрибәһен социумда таратыуға булышлыҡ итте. Ата-әсәләр шулай уҡ дәрестәрҙең, иртәнге гимнас-тиканың һәм туҡланыу мәленең нисек үтеүен күҙәтә алды. Төрлө йәштәге өлкән төркөмдә юғары категориялы тәрбиәсе Зөләйха Мөхтәрова “Көҙгө урман” темаһына рәсем буйынса дәрес үткәрҙе. Ата-әсәләр балаларының ғына түгел, ә педагогтарҙың да эшен күрә һәм баһалай алды. Төрлө йәштәге урта төркөмдә физкультура буйынса дәрес күрһәттеләр. Уны физкультура буйынса инструктор Зөлфиә Денисова алып бар-ҙы. Музыка етәксеһе Альбина Закирова ата-әсәләрҙе үҙ дәресенә саҡырҙы. Унда балалар үҙҙәренең музыка ҡоралында уйнау оҫталығын күрһәтте. Дәрестәрҙән һуң мөдир Галина Александровна мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы буйынса экскурсия үткәрҙе, ата-әсәләр логопед, ашнаҡсылар, кер йыуыусы эштәрен ҡарай алды. Асыҡ ишектәр көнө “Һорауҙар һәм яуаптар сәғәте” тип исемләнгән түңәрәк өҫтәл менән тамамланды. Ата-әсәләр балалар баҡсаһының эшмәкәрлеге менән ҡәнәғәт булыуҙарын белдерҙе. Зөлфиә ДЕНИСОВА, “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе. Ҡотлауҙар ҡабул итегеҙ! Хөрмәтле тәрбиәселәр, мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре һәм педагогик хеҙмәт ветерандары! Һөнәри байрам – Тәрбиәселәр һәм барлыҡ мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы ихлас һәм ҡайнар ҡотлау һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ! Илебеҙҙең киләсәге, Мәсетле районы һәм Башҡортостан Республикаһының көсө һәм даны шаҡтай дәрәжәлә яңы быуындың ниндәй буласағына бәйләнгән. Беҙҙең ҡыҙыу быуатта мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәре һөнәренең йәмғиәттә айырым бер әһәмиәт алыуы һәм хөрмәт ҡаҙаныуы мөһим, сөнки мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәре ғаилә менән бер рәттән шәхес формалаштырып, бәләкәй кешене тормош буйлап етәкләп алып бара. Изге хеҙмәтегеҙ өсөн һеҙгә ихлас күңелдән рәхмәт белдерәбеҙ. Тормошоғоҙ туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙҙың күңел йылыһы һәм һөйөүе, тәрбиәләнеүселәрегеҙ һәм уларҙың ата-әсәләренең ихтирамы, коллегаларығыҙ ярҙамы менән тулыланһын. Билдәләнгән пландарығыҙҙы бойомға ашырыу юлында сағыу ваҡиғалар, уңышлы проекттар, ижади дәрт теләйбеҙ, барлыҡ изге башланғыстарығыҙ тормошҡа ашһын, яңы уҡыу йылында уңыштар һәм яңы еңеүҙәр һеҙгә! Район Советы һәм Хакимиәте. * * * Хөрмәтле тәрбиәселәр, мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары! Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Тәрбиәселәр һәм бөтә мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ! Балалар баҡсаһында эшләү – ул булмыш. Сөнки һәр бала менән әленән-әле балалыҡ йылдарын кисерергә, сабый күҙлегенән донъяға бағырға, улар менән бергә ғәжәпләнергә, уларға ярҙам кәрәк саҡта йәнәш була белергә кәрәк. Хөрмәтле балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәре, беҙ һеҙгә хеҙмәтегеҙ, балаларға ҡарата сикһеҙ һөйөүегеҙ, бәләкәстәрҙе бәхетле һәм аҡыллы итә белеүегеҙ, һөнәри оҫталыҡ, күңел йомартлығы, сабырлыҡ, хәстәрлек өсөн рәхмәтле. Һеҙгә артабанғы эшегеҙҙә уңыштар, ижади бейеклектәр, тәрбиәләнеүселәрегеҙҙең һөйөүен теләйбеҙ! Һеҙгә һем һеҙҙең ғаиләләрегеҙгә бәхет, һаулыҡ, именлек юлдаш булһын! И. ҒӘЛИМОВ, мәғариф бүлеге начальнигы, М. ҒӘЛӘҮЕТДИНОВА, мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюзының район комитеты рәйесе. 2004 йылдан башлап, Рәсәй педагогик баҫмалар төркөмө инициативаһы менән, илебеҙҙә 27 сентябрҙә һөнәри байрам – Тәрбиәселәр һәм бөтә мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләйҙәр. Байрам датаһы осраҡлы һайланмаған, 1863 йылдың нәҡ 27 сентябрендә Петербургта тәүге балалар баҡсаһы асыла. Башта Рәсәйҙә балалар баҡсаһы түләүле нигеҙҙә эшләй йәки хәлле ата-әсәләрҙең балаларына ғына иҫәпләнгән була. 1868 йылда Петербургта тәүге түләүһеҙ балалар баҡсаһы асыла. Артабан төрлө шәфҡәтлелек йәмғиәттәре түләүһеҙ балалар баҡсаларын асыу тәжрибәһен дауам итә. 1918 йылдан алып мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары дәүләт мәғариф системаһына ҡарай. Тәрбиәсе – “оло тормошҡа” аяҡ баҫҡан баланың осратҡан тәүге кешеһе. Тирә-яҡ менән бәйләүсе еп, икенсе әсәй булараҡ, ул бәләкәстәр ғүмерендә ҙур роль уйнай. Ысын тәрбиәсе – бала менән берәй хәл килеп сыҡмаһын өсөн уны күҙәтеүсе генә түгел. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы хеҙмәткәре бер үк ваҡытта изгелекле лә, талапсан да булырға, балалар менән уртаҡ тел таба белергә һәм сабыйҙа балаларға хас ҡыҙыҡһыныуҙы баҫмаҫ өсөн уларҙы донъя менән таныштыра белергә тейеш. Бәләкәй кешене йәштәштәре һәм өлкәндәр менән аралашырға, белемгә һәм сәләмәт йәшәү рәүешенә ынтылырға, күңелле һәм дөрөҫ уйындарға, яратырға һәм хөрмәт итергә өйрәтеү – быларҙың барыһын да һәм башҡа бик күп эштәр башҡара ябай тәрбиәсе. Мәсетле районында мәктәпкәсә йәштәге балалар менән 101 педагог – биш мөдир, 74 тәрбиәсе, алты өлкән тәрбиәсе, ете музыка етәксеһе, ике логопед, ике психолог шөғөлләнә. Йыл һайын етәкселәр һәм тәрбиәселәр составы сифат яҡтан яҡшыра бара. Әлеге ваҡытта бөтә тәрбиәселәрҙең дә тейешле белеме бар. Юғары категорияға – 25, беренсе категорияға 58 педагог эйә. Илебеҙҙә, ниһайәт, балалар баҡсаһы педагогтарын, мөдирҙәрен, методистарын һәм ярҙамсы персоналы ҡотлау өсөн ошондай көндөң барлыҡҡа килеүе бик яҡшы. Беҙ уларға еңел булмаған, ләкин үтә лә мөһим эштәре өсөн рәхмәтлебеҙ. Иртәгә таныш тәрбиәселәрегеҙҙе, балаларығыҙҙың тәрбиәселәрен, балалар баҡсалары мөдирҙәрен һәм бөтә мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотларға онотмағыҙ, уларға ҡарата иғтибар күрһәтегеҙ һәм күңел йылыһы бүләк итегеҙ. Светлана ЯНУРОВА, Мәсетле районы мәғариф бүлеге методисы.