Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
15 Сентябрь 2017, 02:00

Иғтибарлы һәм компетентлы

Сәркәтиптәр күптән инде хеҙмәтләндереүсе персоналдан офис йәки учреждениеның өҙлөкһөҙ эшен тәьмин итеүсе яуаплы административ хеҙмәткәрҙәр категорияһына күс-те. Татьяна Храмцова 20 йылдан ашыу ошо вазифала эшләй. Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА. Татьяна Николаевнаға ҡайһы бер коллегалары “Танюша” тип өндәшә. Бындай мөрәжәғәттән ул уңайһыҙланмай, ә ғәҙәти булараҡ ҡабул итә. Шулай наҙлап уға класташтары йәиһә бында инде бер нисә тиҫтә йыл бергә эшләгән тиҫтерҙәре өндәшә, улар өсөн ул күптән үҙ кешегә әйләнгән. Был кешенең тәжрибәһе, профессионаллеге һәм ярҙамсыллығы коллегаларында симпатия һәм ихтирам уята. Әле йыраҡта ҡалған 1984 йылда уҡ Кесе Ыҡтамаҡ ауылынан йәш кенә ҡыҙ Каменск-Уральский ҡалаһы училищеһына секретарь-машинисҡа уҡырға инә. Үҙ һөнәре буйынса ул ике йыл ошо уҡ училищела эшләй. Артабан Татьяна Николаевна хеҙмәт юлын сәркәтип булып Оло Ыҡтамаҡ ауылының беренсе мәктәбендә дауам итә. – Ул саҡта директор РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы Елизавета Фомина ине, – тип иҫенә төшөрә Т. Храмцова. – Бында эшләгән сәркәтип пенсияға киткән, уның урынына мине эшкә саҡырҙы. Елизавета Владимировна бик талапсан булды, дисциплинаны ҡаты тотто. Уның ҡулы аҫтында алты йыл эшләнем. Һуңынан башҡа директорҙар килде, уның менән эшләгән ваҡытта алған тәжрибәм миңә артабан ҙур файҙа килтерҙе. Бөтә документацияны алып барыу Татьяна Николаевнаның бурыстарына инә. Ул ҡабул итеү һәм иҫәптән сығарыуҙарҙы, бойороҡтар һәм белешмәләрҙе рәсмиләштерә, килгән һәм киткән корреспонденцияны теркәй һәм башҡалар. Үҙенә йөкмәтелгәндәрҙең барыһын да үтәп өлгөрөр өсөн ҡайһы саҡ эш көнөнән һуң да ҡалып эшләй. Иң ҡыҙыу мәл – ул август менән сентябрь, был ваҡытта тулы көйгә мәктәптә яңы уҡыу йылына әҙерлек эштәре һәм тәүге уҡыу аҙналары бара. Ундай эштә бик иғтибарлы, түҙемле, ә ҡайһы саҡ үтә лә ныҡ сыҙамлылыҡҡа эйә булырға кәрәк. Педагогик коллектив, персонал һәм килгән башҡа кешеләр менән аралашырға тура килә, шуға күрә кеселекле булыу мөһим. Бер ни тиклем ваҡыт элек Оло Ыҡтамаҡ лицейының ете филиалы барлыҡҡа килде, әлбиттә, сәркәтиптең дә йөкләмәләре артты. – Лицей коллективы һәйбәт, ярҙамсыл, – ти ул. – Күп кенә уҡытыусылар менән үҙ кеше итеп аралашабыҙ. Мин бында эшләгән йылдар эсендә беҙ улар менән яҡшы дуҫтарға әйләндек. Татьяна Николаевнаның мәктәп директоры сәркәтибе урынын биләүенә 22 йыл үткән. Ошо йылдар эсендә күп нәмәләр кисерелгән, ләкин лицейҙағы эш уның өсөн яратҡаны булып ҡала.