Мәсетле тормошо
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
12 Сентябрь 2017, 02:00
Үҙ булмышын тапҡан
Әле бер-ике тиҫтә йыл элек кенә программист һөнәре беҙҙең өсөн фантастика өлкәһендәге бер нәмә булып тойола ине. Бөгөн иһә был кешеләр эре предприятиеларҙа ғына талап ителмәй, ә бер генә шәхси эшҡыуар ҙа улар хеҙмәтенән башҡа булдыра алмай. Хатта беҙгә лә, ябай ауыл кешеләренә, ярҙам һорап уларға йыш ҡына мөрәжәғәт итергә тура килә. Компьютер хеҙмәттәре баҙарында тотороҡло эшләүсе “Диалог” офисы етәкселәренең береһе тураһында бөгөнгө һүҙем. Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА. Алена Меркулова – профессиональ программист. Ул үҙ ойошмаһы эшенә ҡағылышлы системалар, программа продукттары һәм башҡа күп нәмәләр тураһында ышаныслы һөйләй. – “Диалог”ка әсәйем нигеҙ һалды, – ти ул. – Бөгөн уға һеңлем Елена Крючкова менән икәүләп етәкселек итәбеҙ. Ойошма Мәсетле, Дыуан һәм Ҡыйғы райондары учреждениелары һәм предприятиеларын хеҙмәтләндерә. Улар – 150-нән ашыу ойошма, шуларҙың 40-ы эре предприятиелар. Беҙ уларға консультациялар бирәбеҙ, программа менән нисек эшләргә кәрәклеген аңлатабыҙ, килеп тыуған проблемаларҙы хәл итеү юлдарын эҙләйбеҙ, көйләйбеҙ, төҙәтәбеҙ, отчеттар төҙөйбөҙ һәм башҡа күп нәмәләр башҡарабыҙ. Ләкин ул саҡта, Башҡорт дәүләт аграр университетының малсылыҡ продукттарын эшкәртеү буйынса технолог дипломын алғанда, үҙенең булмышын бөтөнләй икенсе өлкәлә табырмын тип уйланымы икән? Туғыҙ йыл ул Силәбе ҡалаһының төрлө ит эшкәртеү предприятиеларында һәм һөт комбинатында эшләгән. “Балтика” һыра ҡайнатыу компанияһында технолог булған. Тыуған ауылында әсәһе эр- гәһендә эшләй башлай. Эшмәкәрлек төрөн нисек итеп шулай ҡырҡа алмаштырыуын Алена Леонидовна хәҙер үҙе лә белмәй. Ләкин ул бер нәмәгә инанған: кеше бер урында оҙаҡ тапанырға тейеш түгел. – Әгәр эҙләнеүҙәрһеҙ һәм үҙ-үҙеңде камиллаштырмайынса йәшәһәң, эс боша башлай, – тип уртаҡлаша эшҡыуар, – һәм эш язаға әүерелә. Технолог булып эшләп, мин быны үҙемдә һынаным. Минең эш көнөм шылтыратыуҙан шылтыратыуға ҡәҙәр дауам итә торғайны. Улай булырға тейеш түгел. Яңы урынға килгәс, Алена Меркулова “Диалог” өсөн яңы “1С” программаһын өйрәнә башлай. Ул ваҡытта бөтә бюджет учреждениелары ла үҙ эшмәкәрлектәрен “Парус” программаһында алып бара. Яңы башлаған программист төп мәғлүмәтте китаптарҙан һәм интернеттан ала. Бер йыл үткәс, имтихандар тапшырғандан һуң, ул ошо йүнәлештә эшләргә мөмкинлек биргән өс “1С – профессионал” сертификатын ала. – Мин “Эш хаҡы”, “Бухгалтерия”, “Ауыл хужалығы”, “ТКХ”, “Сау-ҙа” һәм башҡа программаларҙы индерә башланым, – тип дауам итә һүҙен Алена Леонидовна. – Шул уҡ ваҡытта үҙем өсөн яңы нәмәләр белдем, уҡыуҙы дауам иттем. 2015 йылда, профессионал булдым тип, ул ике ҡыҙ тәрбиәләнгән ғаиләһен алып Силәбегә күсеп китә. Унда “Силәбе торба заводы”нда эшен дауам итә. Төп инженер булараҡ, “Этерно” проектында ҡатнашып, ул “Производство предприятиеһы менән идара итеү” программаһын күҙәтә. Шулай итеп, бик күп яңы белемдәр һәм әле булһа үҙ емешен килтергән баһалап бөткөһөҙ тәжрибә туплай. – Әсәйем пенсияға киткәс, һеңлем минең районға ҡайтыуымды үтенде, – тип иҫенә төшөрә. – Бергәләп етәкселекте үҙ ҡулыбыҙға алдыҡ. Беҙҙең коллективҡа контроль кәрәкмәй ҙә. Һәр кем үҙ эшен белә һәм намыҫлы эшләй. Беҙҙең эштең үҙенсәлеге шуға ҡайтып ҡала: беренән-бере камилыраҡ программа продукттарын эҙләү, ҡануниәтте өйрәнеү процесы бер ҡасан да туҡтамай. Тиҙ үҙгәреп тороусан хәҙерге заман донъяһында шунһыҙ бер нисек тә булмай. Миҫалдарҙың береһе: интернет аша ситтән тороп эшләү. Был, мин үҙ офисымда ултырып ҡына икенсе бер учреждение системаһы эшен төҙәтә, етешһеҙлектәрен бөтөрә алам, тигәнде аңлата. Ә ул ниндәй-ҙер икенсе бер мөһим нәмәгә сарыф итергә кәрәкле шул тиклем ҡиммәтле ваҡытты бәрәкәтле тотонорға булышлыҡ итә. Эшкә ул бик ҙур теләк менән бара. Пландарында – программа продукт-тарын булдырырға мөмкинлек биргән “1С: Белгес” сертификатына эйә булыу. Ул күпкә ҡыҙыҡлыраҡ.Алена Леонидовна үҙ урынын тап-ҡан һәм программист булыуҙың уның булмышы икәнлегенә хәҙер иманы камил.
Новости партнеров
Ҡыш ҡасан килә?
Уфимский лимонарий – точка притяжения туристов со всех концов России
Балтачлар аккошлар гаиләсе өчен борчыла