Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
8 Сентябрь 2017, 02:00

Ғүмере буйы яуаплы вазифаларҙа

2011 йылдан башлап 8 сентябрҙә финансистар үҙҙәренең һөнәри байрамдарын билдәләй. Зөһрә ҒӘНИЕВА. Аҡса иҫәп ярата. Хатта айырым бер ғаиләлә бюджетты оҫта планлаштырыуға ғаиләләге бөтә ағзаларҙың йәшәйеше бәйле. Ә инде район, республика, дөйөм ил бюджеты тураһында һүҙ барғанда, был тармаҡта бюджетты бүлеү менән белемле, зирәк, аралашыусан, аналитик аҡыл рәүешенә, яҡшы хәтергә эйә, алған мәғлүмәткә анализ яһай белгән белгестәр шөғөлләнергә тейеш. Мәсетле районы территориаль финанс идаралығының баш бухгалтеры Антонина Петровна Крашенинникова бөтә был сифаттарға эйә. Финансист һөнәре – уның ғүмерлеккә һайлаған эше. Мәктәптән үк аныҡ фәндәрҙе үҙ иткән Антонина Петровна бухгалтер һөнәренә Башҡорт ауыл хужалығы институтында эйә була. Хеҙмәт эшмәкәрлеген “Серп и молот” колхозында экономист булып башлай. Уның хеҙмәткә ҡарата намыҫлы мөнәсәбәте, профессионаллеге һәм шәхси сифаттары ваҡыт үтеү менән баш бухгалтер вазифаһын биләргә мөмкинлек бирә. Шулай итеп ул ғүмере буйы дәрәжәле вазифаларҙа –Пенсия фондының Мәсетле районы идаралығында баш бухгалтер, 1999 йылдан – финанс идаралығында. Ябай кешегә финанс хеҙмәткәренең эшен күҙ алдына килтереүе ҡыйын, уларҙың эшен һәр кем үтәй алмай. Антонина Петровна бурыс-тарына район бюджетын үтәү буйынса бухгалтер иҫәбен ойоштороуҙы, бюджет учреждениеларында һәм райондың үҙәк бухгалтерияларында иҫәп-хисапты ойоштороуҙа методик һәм практик ярҙам күрһәтеүҙе, ошо учреждениеларҙа бухгалтер иҫәбе торошон контролдә тотоуҙы, бюджет иҫәбе хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын арттырыу буйынса эштәрҙе, шулай уҡ район бюджеты аҡсаларын, килемен һәм сығымын иҫәпләүҙе тәьмин итеү, ошо учет нигеҙендә район бюджеты үтәлеше тураһында ваҡытлы һәм йыллыҡ отчет төҙөү инә. Бөтә был ҡатмарлы эштәрҙе баш бухгалтер оҫта башҡара, сөнки иң яуаплы эш урындарында тәжрибә туплаған. Уның эшлекле сифаттары финанстарға бәйле һөнәр-ҙе һайларға ҡурҡмаған ҡыҙҙарына ла күскән. Өлкән ҡыҙы Надежда Силәбе ҡалаһының балалар баҡсаһында бухгалтер булып эшләй, Екатерина – район мәғариф бүлегендә.Компетентлылыҡ, яғымлылыҡ һәм изгелекле мөнәсәбәт кеүек сифаттар Антонина Петровнаға коллегалары араһында хөрмәт һәм абруй яулау мөмкинлеген бирә.