Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
31 Август 2017, 02:00
Зәңгәр яғыулыҡ һүнмәһен
Йыл һайын сентябрҙең тәүге йәкшәмбеһе беҙ тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ бер өлөшөнә әйләнгән зәңгәр яғыулыҡ менән тәьмин итеүселәрҙе ҡотлайбыҙ. Беҙ шул тиклем газға күнеккәнбеҙ, хатта унһыҙ йәшәйешебеҙҙе күҙ алдына килтерә алмайбыҙ. Уның менән уңайлы, ышаныслы һәм ул көндәлек эштәрҙе күпкә еңеләйтә. Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА. Барыһы ла 1974 йылда башлана. Ул саҡта райондың коммуналь хужалығы газ хеҙмәтенә баллондар һаҡлау складын һәм 108 газ баллоны ҡулайламаһын тапшыра. Йәй эсендә хеҙмәт начальнигы итеп тәғәйенләнгән Александр Худяков элекке иҫке мунсанан хужалыҡ ысулы менән яҡшы етештереү базаһын төҙөй. Мастер итеп Неля Серебренникова тәғәйенләнә. Ул ошо вазифала 35 йыл эшләй һәм 2009 йылда хаҡлы ялға сыға. Нәҡ ул хеҙмәт коллективын туплай һәм районға газ үткәреүҙе артабан үҫтереүгә йүнәлтә. Тәүге йылдарҙа коллективтың бурысы газ баллоны ҡулайламалары менән торлаҡ йорттарға газ үткәреү, шыйыҡландырылған газ менән тәьмин итеү була. 1978 йылда Оло Ыҡтамаҡ ауылына тиклем газ торбаһы үткәрелә һәм үҙәк йылытыу ҡаҙанлығы тәбиғи газға күсерелә. Газ тәүгеләрҙән булып район үҙәге, Әләгәҙ, Түбәнге Бобин ауылдары өйҙәренә керә, артабан – район үҙәгенең сәнәғәт ҡаҙанлыҡтарына. Бөгөн Мәсетле районының газ хеҙмәте 537 км оҙонлоҡта тышҡы газ юлын, өс ҙур ҡаҙанлыҡты, газды редукциялауҙың 77 пунктын, ике иген киптергесен, 116 коммуналь-көнкүреш объектын, асфальт-бетон заводын, 7032 фатирҙы хеҙмәтләндерә. Газ хеҙмәте штатында – 52 ке-ше. Коллективты тәжрибәле, грамоталы, эшһөйәр һәм эскерһеҙ Иван Ватолин етәкләй. Ул хеҙмәт юлын 1986 йылда авария-диспетчер хеҙмәте мастеры булып башлай. 1990 – 2010 йылдарҙа – техника күҙәтеүе инженеры, бөгөн – Мәсетле РЭС-ы начальнигы. Газовиктарҙың эш һөҙөмтәһе ташҡынға, ҡышҡылыҡҡа газ хужалығы объекттарын сифатлы әҙерләүгә, хеҙмәтләндереү графигын, ағымдағы һәм капиталь ремонтты үтәүгә бәйле. Тик эшһөйәрлек, оҫталыҡ, үҙ эшеңә тоғролоҡ арҡаһында ғына яҡшы һөҙөмтәләргә ирешергә мөмкин. Мәсетле комплекслы хеҙмәтендә эшләүселәрҙең барыһына был сифаттар хас. Ҡулланыусыларҙың газ приборҙарында зәңгәр яғыулыҡ һүнмәһен өсөн улар томра эҫелә лә, сатлама һыуыҡта ла ярҙамға килергә әҙер. Кешеләр бында 25 йылдан ашыу хеҙмәт итә, эштәрен, коллектив намыҫын һәм газовик һөнәренең абруйын ҡәҙерләй. Слесарь Лифат Бижанов (32 йылдан ашыу эшләй), Марсель Закирйәнов (33 йыл), Сәлихйән Сәғәҙәтов (29 йыл), Павел Новоселов (28 йыл) һәм Василий Жильцовтарҙың (27 йыл) эше юғары баһаға лайыҡ. Районда газ үткәреүгә ҙур өлөш индергән, хәҙер хаҡлы ялда бул- ған газ хеҙмәте ветерандары йәш быуынға үҙ тәжрибәһен һәм оҫталығын тапшыра, ә йәштәр, үҙ сиратында, өлкән коллегаларына тиңләшеп, юғары сифатлы күрһәткестәргә ирешә. Иретеп йәбештереүсе Данил Ғарипов, слесарҙар Нияз Хафизов, Ридан Шакиров, Илмир Ғарипов, Владислав Ватолин, водитель Александр Топычканов һәм башҡалар шундайҙар рәтендә.Мәсетле газ хеҙмәтенең “Газпром газ бүлеү Өфө” ААЙ-һының Мәсәғүт ауылындағы филиалының иң яҡшы бүлеге булыуын билдәләп үтергә кәрәк.
Новости партнеров
Ҡыш ҡасан килә?
Уфимский лимонарий – точка притяжения туристов со всех концов России
Балтачлар аккошлар гаиләсе өчен борчыла